top of page

Тема. Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы.

Маҡсат: белем биреү – уҡыусыларҙы ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы менән таныштырыу;

үҫтереүсе – теманы текста таныу һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен булдырыу, уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү;

тәрбиәүи – балаларҙа ҡортсолоҡ һөнәренә ҡыҙыҡһыныу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу:

1) Шәхси эшмәкәрлек – һәр уҡыусының үҫеше өҫтөндә эшләү, уҡыусыларҙың ижтимағи ролдәрҙә, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ йүнәлеш алыуын тьәмин итеү.

2) Регулятив – дәрестең маҡсатын үҙ аллы билдәләү, баһалау.

3) Танып белеү эшмәкәрлеге – яңы тема менән танышыу, проблеманы хәл итеү.

4) Коммуникатив эшмәкәрлек – ҡуйылған проблеманы коллектив менән хәл итеү.

Бурыстар:

- уҡыусыларҙың бал ҡорттары тураһында белемдәрен арттырыу, һүҙьяһалыш темаһын ҡабатлау;

- башҡорт телендә дөрөҫ, аңлы уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен, фекерләү һәләттәрен үҫтереү;

- уҡылған текстар, әңгәмә, өҫтәлмә материал ярҙамында бал ҡорттарын һаҡларға саҡырыу, башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, ҡыҙыҡһыныу уятыу;

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

- һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын өйрәнеү;

- бәйләнешле телмәр үҫтереү;

- уҡытыусы менән берлектә эшләй һәм эште дөрөҫ баһалай белеү.

Дәрес барышы.

Психологик инеш.

Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Кәйефтәр нисек? Экрандағы шиғыр юлдарын хор менән уҡыйыҡ әле.

Слайд:

Тағы бер көн тыуҙы еремә,

Йәшәү бүләк итеп илемә!

Хәйерле көн, дуҫтар, йылмайыуҙар

Булһын һәр саҡ йөҙөбөҙҙә.


- Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә ҡараныҡ, ихлас йылмайҙыҡ. Ултырығыҙ.

  • Уҡыусылар, ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреатына 85 йыл тулды. Кем тураһында һүҙ бара? (Рәми Ғарипов).

  • Уның тел тураһында ниндәй билдәле шиғырын беләһегеҙ? Слайд.

    Мин халҡымдың сәскә күңеленән

    Бал ҡортондай ынйы йыямын.

    Йыямын да йәнле ынйыларҙан

    Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

  • Бөгөнгө дәресебеҙгә уны девиз итеп алайыҡ. Рәми Ғарипов был шиғырын халыҡтың бай, матур һүҙҙәрен ҡулланып яҙған. Был хеҙмәтен  ниндәй эщлекле, уңған, егәрле йән эйәһе менән сағыштырған? (Яуап.) Әйҙәгеҙ, бөгөн дәрестә үҙебеҙҙе бал ҡорттары итеп хис итәйек, улар һымаҡ эшсән, егәрле булайыҡ. Алдыбыҙҙа кәрәҙҙәр ята, беҙ ҙә дәрестә бал йыйырбыҙ. Дөрөҫ яуаптарҙы билдәләп барығыҙ. Ҡайһы рәттең умартаһы бал менән тулыраҡ булыр?

    Карточкалар менән эш.

    Бирелгән һүҙҙәрҙе ике бағанаға бүлеп яҙырға кәрәк. Нимәгә ҡарап бүләбеҙ? Ниндәй ялғауҙар була?

    Балдың, умартаның, умартасы, ҡорттоң, солоҡҡа, баллы, умарталар, солоҡсо, солоҡсолоҡ, умарталыҡ.

  • Уҡыусылар, ә мин умарта, эш һүҙҙәренә ошондай ялғау ҡуштым.

    Умартанең, эш-сан. Һеҙ нимә әйтерһегеҙ? (Ялғау дөрөҫ түгел.) Нисек яҙырға кәрәк? Тимәк, бөгөн дәрестә ниндәй тема үтәсәкбеҙ? Нимә тураһында һөйләшербеҙ?

    Дәфтәргә датаны, теманы яҙабыҙ.

  • Хәҙер экрандағы тексты уҡыйбыҙ. Кем уҡыр?

Башҡорт халҡы борондан ҡортсолоҡ  шөғөлө менән дан тотҡан. Нисә быуат үтһә лә, ата-бабаларыбыҙ ҡортсолоҡ кәсебен әле лә ташламаған. «Ҡортсолоҡ кәсебендә башҡорттарға тиңләшеүсе халыҡ юҡтыр», - тип яҙып ҡалдырғандар.

-Яҡшы. Текста нимә тураһында һүҙ бара?

- Һеҙгә аңлашылмаған һүҙҙәр осранымы?

   Ҡортсолоҡ – бал ҡортон ҡарау (умартасылыҡ, солоҡсолоҡ).

Шөғөлө – занятие.

   Кәсебен – һөнәр.

  • Был тексты уҡығас, һеҙҙә ниндәй уйҙар тыуҙы? Ошо юлдарҙан һеҙ нимә аңланығыҙ?

  • «Ҡортсолоҡ кәсебендә башҡорттарға тиңләшеүсе халыҡ юҡтыр». Ошо фекер менән килешәһегеҙме?

  • Был текстан үҙегеҙ өсөн ниндәй фәһем алдығыҙ?

  • Бал менән донъяға танылыу алған. (алтын миҙал)

    Яңы белемде үҙләштереү.

         Ҡортсолоҡ – тамыры –ҡорт, яһаусы ялғау –  -со, -лоҡ.

  • Ялғауҙы һүҙҙең нимәһенә ҡарап ҡуштыҡ, нисек уйлайһығыҙ?

  • Һүҙҙең нигеҙенә ҡарап.

  • Ә был һүҙгә ниндәй ялғау ҡушылған һәм ни өсөн? Шөғөлө.

  • Тағы ла текста ошондай һүҙҙәр бармы?

  • Борондан , тотҡан, ата-бабаларыбыҙ , кәсебен, ташламаған, кәсебендә, башҡорттарға, тиңләшеүсе, юҡтыр, яҙып, ҡалдырғандар.

  • Тимәк, ниндәй һығымтаға килдек? (яуаптар)

    Был турала дәреслектә ниндәй ҡағиҙә бирелгән, уҡыйыҡ әле.

    Нығытыу. 2О4-се күнегеү. (вариантлап).

       Бала          кил      (берәр уҡыусы таҡтала)

    Ял минуты.

    Мин – бал ҡорто, бал ҡорто,

    Миндә бит донъя ҡото.

    Талмаҫ ҡанаттарым бар,

    Булмай мине һис тотоп.

Афарин! Артабан эште дауам итәйек. Киләһе эшебеҙ төркөмдәр менән ижади эш булыр. Бының өсөн һәр төркөм үҙенә бирелгән темаға бәләкәй текст төҙөй. Аҙаҡтан күмәкләп бал ҡорто тураһында бәйләнешле текст килтереп сығарырға тейешбеҙ.

1-се төркөм. Текст-хикәйәләү. Данлы башҡорт балы.

 

2-се төркөм. Текст-һүрәтләү. Егәрле бал ҡорто.

 

 3-сө төркөм.Текст-фекерләү. Бал ҡортон үрсетеү кәрәкме?

 

  • Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышын нисек үҙләштереүегеҙҙе тест ярҙамында тикшерәйек.

Ҡайһы юлдарҙа һүҙҙең ялғауы дөрөҫ яҙылған?

1.   А. Төлкөне               2.  А. Айыуҙы              

     Б. Төлкөнө                   Б. Айыуҙе

     В. Төлкөны                  В. Айыуды

 

3.   А. Ҡортты               4.  А. Сәскәне            

     Б. Ҡортте                    Б. Сәскәны

     В. Ҡортто                   В. Сәскәҙе

 

Баһалау. Рефлексия.

- Уҡыусылар, бөгөн дәрестә беҙ нимәләр белдек?

- Үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

- Һеҙгә дәрес оҡшанымы?

- Маҡсатыбыҙға ирештекме?

- Кәрәҙҙәрҙе барлайыҡ. Ҡайһы рәттең умартаһы бал менән туп-тулы булды? Уҡыусылар, умарта нимәгә оҡшаған? Быйылғы йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда ниндәй йыл тип аталды? Нимә ул экология? Тимәк, беҙ нимә эшләргә бурыслыбыҙ?

- Бөгөнгө дәрестә үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?

Өйгә эш. Үҙегеҙгә оҡшаған эш төрөн һайлап алығыҙ: 1) бал ҡорто тураһында шиғыр ижад итеп ҡарарға, 2) бал ҡорто хаҡында мәғлүмәт тупларға, 3) бал ҡортоноң һүрәтен эшләргә.

Һеҙгә уңыштар теләп ҡалам. Һау булығыҙ.

bottom of page