top of page

Үҙем тураһында

һүҙем

     2003 йылда Башҡорт дәүләт университетының «Башҡорт филологияһы һәм журналистика» факультетын тамамланым. Бөрйән районының Яуымбай ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем, уҡытыу эштәре буйынса яуаплымын. Дөйөм педагогик стажым – 19 йыл.

    Уҡыусыларым менән район күләмендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, “Республика дан йырлайым”, “Илһам”, “Районыбыҙға – 85 йыл”,  “Урал батыр” һ.б. район конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яуланыҡ, еңеүселәребеҙҙең эштәре республика кимәлендә лә баһаланды. Аҡмулла, Ғарипов, М.Кәрим уҡыуҙары – уҡыусыларыма илһам сығанағы биреүсе саралар.

    Район, республика, Рәсәй күләмендә үткәрелгән семинарҙарҙа, фәнни-практик конференцияларҙа даими ҡатнашам, сығыштарым да баҫылып сыҡты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһенең эше – һөнәремә ҙур таяныс. “Әҙәбиәт дәрестәрендә проблемалы уҡытыу технологияһын ҡулланыу” темаһына район методик ултырышында эш тәжрибәм менән уртаҡлаштым. Өс йыл рәттән “Урал батыр” республика конкурсы, шулай уҡ район кимәлендә үткән конкурстарҙың алып барыусы булдым.  Район, республика кимәлендә үткәрелгән конкурс, сараларҙың сценарийҙарын яҙырға ла тура килә. “Йыл уҡытыусыһы – 2016” район конкурсында ҡатнашып, “Тел бәҫе”, “Башҡорт теленең тарихын һәм мәҙәниәтен пропагандалаусы” номинацияларында еңеп сыҡтым.

     Уңыштарым: Бөрйән районы мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһы, 2014 йыл, Бөрйән районы МР Хакимиәте башлығының Маҡтау грамотаһы, 2016 йыл, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының Маҡтау грамотаһы, 2015 йыл.

     «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында «Аманатҡа тоғролоҡ» исемле дәрес өлгөһө баҫылып сыҡты (№12, 2016 йыл). Унан тыш район “Таң” гәзитендә мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы хәбәрҙәрем йыш донъя күрә.

     Буш ваҡыттарымда уҡыусыларым яҙған шиғыр-хикәйәләрҙе редакторлайым, спорт менән шөғөлләнергә, ғаиләмде тәмлекәстәр менән һыйларға, бәйләргә яратам. Бөрйәнемдең гүзәл тәбиғәтенә ғашиҡмын.

bottom of page