top of page

 

 

Ата-әсәләргә кәңәштәр.

    Мәктәптә етенсе класс уҡыусыларын етәкләйем. Балаларға тейешенсә аң - белем биреү, шәхес булараҡ үҫтереү, шәхси һәләтен асыу, рухи яҡтан бай, һау-сәләмәт балалар тәрбиәләү, тәрбиә һәм белем биреү сифатын үҫтереү өсөн ата - әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Ата-әсәләр йыйылышы, кластан тыш саралар даими үткәрелә килә. Уҡыусыла уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу уҡытыусы һәм ата-әсә менән берлектә барһа ғына, һөҙөмтә емешле булыр.

Баланы яҡшыраҡ аңлау һәм ыңғай тәрбиә биреү өсөн ата-әсәләргә түбәндәге ҡанундарҙы онотмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ:

  1. Баланы нисек бар, шулай ярат.

  2. Ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, аңлап ҡабул ит.

  3. Кәңәш һораһа, һөйләшергә теләһә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанма.

  4. Баланы кәмһетмә!

  5. Уның фекерҙәренә ҡолаҡ һал, ихтирам ит.

  6. Балаға маҡтау һүҙҙәрен йәлләмә.

  7. Бала һау - сәләмәт булһын өсөн барыһын да эшлә.

  8. Уның һәр уңышына ҡыуан.

  9. Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ, уның үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.

  10. Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.

  11. Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.

  12. Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.

  13. Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.

  14. Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп, башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.

  15. Баланың күңел ихтыяжына,талаптарына иғтибарлы булығыҙ.

  16. Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.

  17. Буш ваҡыттарығыҙҙы бергә үткәрергә тырышығыҙ, кәрәк икән ярҙам һорағыҙ.

  18. Дуҫтарына иғтибарлы булығыҙ.

  19. Көн режимын булдырығыҙ.

  20. Бала өсөн үҙегеҙ өлгө икәнегеҙҙе онотмағыҙ!

bottom of page