top of page

            Бала саҡ.

Эй, бала саҡ, бала саҡ!

Балдан татлы бала саҡ!

Нур һибеүсе бала саҡ!

Шат, күңелле бала саҡ!

Гел хәтерҙә ҡаласаҡ,

Эй, бала саҡ, бала саҡ!

     Бала саҡтың ҡәҙерен

     Күп кеше үҫкәс белә.

     Шуға ла мин бик тырышам

     Уны гел ҡәҙерләргә.

Бөтә кеше бала саҡта

Әйҙә уйнай, әйҙә көлә.

Тик ҡайһы саҡта була

Уның киреләре лә.

     Эй, бала саҡ, бала саҡ!

     Балдан татлы бала саҡ!

     Нур һибеүсе бала саҡ!

     Шат, күңелле бала саҡ!

     Гел хәтерҙә ҡаласаҡ,

     Эй, бала саҡ, бала саҡ!

        Малиҡова Мәликә, 7-се класс уҡыусыһы.

Беҙ – бәхетле кешеләр.

Йәшәйем, тиһәң  -

Ғәзиз илең бар.

Һөйләшәм, тиһәң –

Туған телең бар.

Ҡайтайым, тиһәң –

Йылы өйөң бар.

Өйөңә ҡайтһаң,

Атай һәм әсәйең бар.

Хәлдәреңде белешерлек

Туғандарың бар.

Төрлө яҡлап ярҙам итер

Шәп дуҫтарың бар.

 Тышҡа сыҡһаң, хайран ҡалыр –

Ҡояш йылмая күктә.

 Ҡоштар йырлай үҙ телендә,

Оса улар бейектә.

Тирә-яғыңа ҡараһаң,

Күтәрелә күңелдәр,

Сөнки беҙ был донъяла

Иң бәхетле кешеләр!

Ҡарасурина Нурзилә, 7-се класс уҡыусыһы.

       

 

 

 

Һаҡлайыҡ туған телде.

Минең телем – башҡорт теле,

Тыуған ерем – башҡорт иле.

Шатлыҡ менән рәхәтлектә,

Үҫә минең күңелем.

     Ҡоштар һайрай, шишмә йырлай,

     Һөйләшәләр туған телдә.

     Ҡыуанышып, шатланышып

     Дуҫ йәшәйбеҙ Тыуған илдә.

Һөйләшәйек туған телдә,

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ.

Ҡәҙерләйек еребеҙҙе,

Тыуған илде яҡлайыҡ!

Кинйәбулатов Илмир, 5-се класс уҡыусыһы.

Ҡобайырҙар.

Башҡорттарҙа ҡобайырҙар

Данлыҡлы урын алған,

Туй алдынан, йыйындар ҙа

Ҡобайырҙан башланған –

Тыуған илен данлаған,

Тыуған ерен маҡтаған,

Батырҙарын һанлаған,

Һылыуҙарын һаҡлаған.

Сәсән әйткән бер һүҙгә лә

Халыҡ ышаныр булған.

Халҡы өсөн ханға ҡаршы –

Сәсән ғүмерен һалған.

Башҡорт иле батырҙары,

Уҡ-һаҙаҡлы аҫылдары

Тыуған илен баҫҡынсынан

Һәр саҡ улар һаҡлаған,

Баҫып ингән дошмандарҙы

Т(ө)йәгенәсә баҫтырған,

Ил эсендә дан алған,

Халҡы уны һанлаған –

Ул батырҙар бөтәһе лә

Ҡобайырҙа яҙылған.

Эй, ҡобайыр, ҡобайыр,

Дан йыры ул – аманат,

Ололарҙың кәңәшенә

Килтермәбеҙ хыянат.

       Аҫылбаев Раян, 9-сы класс уҡыусыһы.

 

 

bottom of page