top of page

              Әҙәбиәт йылы.

Һуҡты сәғәт... Килдең ваҡытлы,

Әҙәбиәт йылы, түрҙән уҙ.

Әҙәм күңелкәйҙәрен сиртә-сиртә,

Дәрттәренә өҫтә ялҡын-ҡуҙ.

   Быҫҡып янған янып, дөрләп китһен,

Ялмап алһын хистәр ташҡынын.

Ҡағылһын да осҡон һәр йөрәккә

Талпынһын ул баҙлап, ашҡынып.

    Әҙәбиәт – әҙәп, тәртип, иман,

Булһын һәр кем күңелендә.

Әйҙәһен ул беҙҙе өҫтөнлөккә,

Саҡырып торһон бейеклеккә.

    Һәр замандың булған үҙ батыры,

Һәр замандың булған шағиры,

Илем, ерем, тип йән атҡандар,

Онотма һин, халҡым, уларҙы!

       

               

                  Йәшәйеш.

Сәйер күренеш: асфальт юлдан

Йүгерәләр тәңкә-япраҡтар.

Уҙышалар, ҡыуышалар,

Әллә ҡайҙа юл тоталар.

   Өйөрөлөп, берҙәм ҡубып,

Ашығалар унда-бында,

Шау-шыу килеп, ҡарһаланып,

Күрмәйенсә береһен дә.

Әйтерһең дә улар –

           халыҡ төркөмө,

Ашығыусы көн дә, төн дә.

Шул тиклем дә оҡшаш булмаҫ,

Ҡара, иптәш, күрсе һин дә.

Заманаһы үҙгәрәме, әллә инде үҙебеҙме?

Ғүмеребеҙ үтә бик тиҙ,

Ҡабаланған был тормошто

 Ҡыуып тотоп ҡына өлгөр.

bottom of page