top of page

Министерство образования Республики Башкортостана

ГАОУ ДПО Институт развития образования Республики Башкортостан

МКУ ОО Администрации МР Белорецкий район

 

Яумбаевский филиал МОБУ СОШ д.Байназарово

МР Бурзянский район Республики Башкортостан

 

 

Республиканская научно-практическая конференция,

 посвященная Году литературы

(90-летию писателя Яныбая Хамматова)

ТЕМА: Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” әҫәре буйынса йомғаҡлау дәресе (7-се класс).

(Разработка урока в 7 классе Киньябулатовой Фирузы Фаритовны,

учителя Яумбаевского филиала МОБУ СОШ д.Байназарово

МР Бурзянский район Республики Башкортостан)

 

Тема. Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” әҫәре буйынса йомғаҡлау дәресе (7-се класс).

Маҡсат: 1) әҫәргә анализ яһау; 2) башҡорт халҡының данлы тарихына, арҙаҡлы батырҙарыбыҙҙың эшмәкәрлегенә, азатлыҡ өсөн көрәшенә ихтирам, улар менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү, Ҡаһым түрә хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт биреү; 3) телмәр үҫтереү – инша яҙыу.

Йыһазландырыу. Яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, 1812 йылғы ваҡиғаларҙы сағылдырған слайдтар.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.

  2. Тема өҫтөндә эш.

  • Кем ул Яныбай Хамматов? Ҡайҙа һәм нисәнсе йылда тыуған?

Яуап: Хамматов Яныбай Хаммат улы 1925 йылда Исмаҡай ауылында тыуған. Яҙыусы. (1-се слайд).

  • Уның ниндәй әҫәрҙәре бар? Ниндәй премияға лайыҡ булған?

Яуап: “Бөртөкләп йыйыла алтын” пенталогияһы өсөн С.Юлаев премияһына лайыҡ булған. “Төньяҡ амурҙары”, “Тыуған көн”, “Ҡара яу” һәм башҡа әҫәрҙәре бар. (2-се слайд).

  • “Төньяҡ амурҙары” әҫәрендә ниндәй ваҡиғалар һүрәтләнә?

Яуап: 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һүҙ бара. Башҡорт батырҙарының рус ғәскәрҙәре менән берлектә француздарға ҡаршы көрәш ваҡиғалары һүрәтләнгән.

- Был һуғышта нисә башҡорт полкы ҡатнаша? Башҡорттар нимә менән ҡоралланған була?

Яуап: 28 башҡорт полкы ҡатнаша. Улар уҡ-ян, һөңгө, ҡылыс һәм суҡмар менән ҡоралланған булалар.

Уҡытыусы уларҙың яуаптарын тулыландыра:

 В.М. Черемшанский башҡорттарҙың һуғыш оҫоллоғо тураһында:

“Ҡораллы башҡорттоң төп йыһазын мылтыҡ, һөңгө, ҡылыс, ян һәм уҡлы һаҙаҡ тәшкил итә. Әйткәндәй, башҡорттар хәрби күнекмәләргә бик һәүәҫ: ғөмүмән бөтәһе лә оҫта һыбайлы, һөңгөнө шәп ҡуллана, мылтыҡтан һәм яндан мәргән ата, һуңғыһы менән шундай ҡеүәтле эш итәләр ки, алыҫ булмаған, мәҫәлән, ун биш сажин араға атҡан уҡ, кешене генә түгел, хатта атты ла үтәләй сыға...” – тип яҙа.

Императорҙың Ырымбур гөбөрнәтере Г.С. Волконскийға 1811 йыл 7 апрель фарманына ярашлы, 1-се һәм 2-се башҡорт атлы полктары төҙөлә, һәр полкта 530 кеше (полк командиры, поход старшинаһы, биш яҫауыл, биш йөҙбаш, биш һарунъя, бер квартирмейстер, бер мулла, бер писарь, ун иллебаш һәм унбаш, биш йөҙ ябай яугир) булырға, һәр башҡорт үҙ ҡоралы, монаяты, кейеме һәм һәр береһе ике ат менән килергә тейеш. (3-сө слайд).

  • Бородино һуғышы тураһында ниҙәр белдегеҙ?

Яуап: был һуғышта башҡорт, казак полктары менән берлектә рус армияһы ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Күп һалдаттарын юғалтыуға ҡарамаҫтан, ике яҡ та үҙҙәрен еңелгән тип һанамайҙар. Наполеон, хәл иткес был һуғышта ла беҙ еңдек, тип әйтә.

Уҡытыусы:

Ғалимдар һәм хәрби етәкселәр Бородино һуғышын XIX быуаттың иң ҙур, дәһшәтле, ҡанлы бәрелеше тип баһалай. Бәрелеш алдынан Рәсәй армияһында 115302 кешенән торған регуляр ғәскәр, 11 меңлек казак отрядтары, 28500 кешенән торған ополчение частары – бөтәһе 154800 кеше, 640 орудие була. Ә француз армияһы 134000  регуляр хәрби әҙерлек үткән һалдат һәм офицерҙан, 587 орудиенан торған. Бородино яланындағы бәрелештә француз армияһынан үлгән һәм яраланып сафтан сығыусылар һаны 50 мең тирәһе тәшкил итә, ә урыҫ армияһы 45,6 мең кешеһен юғалта. Был иҫәпкә 29  урыҫ генералы һәм 49 француз генералы инә. Күрәһең, шуғалыр европалылар Бородино яланына “француз генералдарының һәм француз кавалерияһының зыяраты” тигән ҡушамат таҡҡандар. (4-се слайд).

  • Был һуғышта француздар башҡорттарҙы кемдәр тип атайҙар? Ни өсөн?

Яуап: ғәҙәти булмаған кейемдәге атҡа атланған, уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған башҡорттар осоп килгән кеүек күренгән. Көслөрәк ҡоралдары булыуға ҡарамаҫтан, француздарҙың, уларҙы күреп, ҡоттары оса һәм “Амурҙар” тип ҡаса башлайҙар.

  • Башҡорттарҙың яу ваҡытындағы кейемдәре хаҡында әҫәрҙә нимәләр әйтелгән?

Яуап: Өҫтәренә уҡа менән ҡайылған ҡыҙыл сәкмән, баштарына осло бүрек йәки ҡалпаҡ кейгән, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланғанлыҡтары тураһында әйтелә.

  • Граф Беннигсен Беренсе башҡорт полкына ниндәй маҡсат менән килә?

  • Лейпциг янында башҡорттар ниндәй батырлыҡ күрһәтәләр?

  • Барон де Марбо үҙенең көндәлегендә башҡорттар тураһында нимәләр яҙып ҡалдырған? Уларҙы нимәләр менән сағыштыра?

Яуап: улар һағыҙаҡтар һымаҡ  күсе һымаҡ уралдылар, бәләкәй генә аттарына атланып, һуғыш ҡыҙыу барған иң хәүефле урындарға ҙур тиҙлектә ағылып торҙолар. Һағыҙаҡтар ни тиклем күберәк үлтерелһә, шул тиклем күбәйә торҙолар, тип яҙа ул.

  • Әҫәрҙә ниндәй башҡорт батырҙары хаҡында һүҙ бара?

Яуап: Ҡаһым түрә, Йәнтүрә һәм уның ҡатыны, Буранбай һәм башҡа образдар һүрәтләнгән.

  • Улар хаҡында ниҙәр беләһегеҙ?

Яуап: Буранбай – башҡорт батырҙарының береһе булған. Халыҡ именлеге өсөн көрәшеүсе. Ерҙәрҙе тартып алыу башланғас, батшаға ҡаршы сығалар. Ул ҡулға алына, ләкин һаҡ аҫтынан ҡасып ҡотолоп ҡала. 1812 йылғы Ватан һуғышына йөҙ башы булып китә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән. Йәнтүрә һәм уның ҡатыны ла был һуғышта ҙур батырлыҡтар күрһәтә.

  • Ә Ҡаһым түрә хаҡында ниҙәр белдегеҙ? Батша уға ниндәй мөнәсәбәттә була?

Яуап: Ҡаһым түрә –  башҡорт полководецы, башҡа полктар менән дә етәкселек итеү бурысы уға йөкмәтелә. Был һуғышта ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Әммә уны һуғыштан ҡайтышлай ағыулап үлтерәләр.

Уҡытыусы: Ҡаһым Мырҙашев Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Айыусы ауылынан була. Граф Беннигсен уға ҙур ышаныс менән ҡарай, батша уға рәүмәтен белдереп, нимә менән бүләкләргә, тип һорай. Ҡаһым, ер-һыуҙарыбыҙҙы кире ҡайтарып, ирек бирһәгеҙ, тигәс, батшаның йөҙө үҙгәреп китә. “Ҡаһым түрә Салауат Юлаевҡа ҡарағанда ла ҡурҡынысыраҡ. Ул хәрби академияла тейешле белем алған, Ватан һуғышы ваҡытында стратегия һәм тактиканы практикала үҙләштергән, фельдмаршал Кутузов офицерҙары менән яҡындан аралаша, уларҙан күп нәмәне өйрәнергә тырыша. Белемле башҡорт егете ҡурҡыныслы, унан ҡотолоу мөһим”, - тип уйлай ул. (5-се слайд).

  • Ҡаһым түрә һәм башҡорттарҙың бөйөк немец шағиры Гете менән осрашыуы хаҡында һөйләгеҙ.

Яуап: башҡорттар был осрашыу ваҡытында үҙҙәрен бик әҙәпле тоталар. Ҡаһымдың француз һәм немец телен иркен белеүе шағирҙа һоҡланыу тойғолары уята. Ул башҡорттар тураһында ишетеп өлгәргән була, уларҙың тормошо хаҡында ҡыҙыҡһынып һораша. Башҡорттар уға уҡ-һаҙаҡ бүләк итәләр. Гете бүләккә бик ҡыуана, уның нисек эшләнеүе тураһында ентекләп һораша.

  • Башҡорттарҙың уҡтарына бәйле тағы ниндәй ваҡиға һүрәтләнгән?

Яуап: Пруссиялағы Шварца ауылы кешеләре уларҙы күреү өсөн сиркәү янына йыйыла башлай. Һәр кем уҡ хаҡында үҙ фекерен әйтә, ә инде кенәз Карл Гюнтер уның үлемесле икәненә шик белдергәс, башҡорттар шаулаша башлайҙар. Гюнтер, сиркәүгә төртөп, атығыҙ шуға, ти.  Священник рөхсәт биргәс, һуғышсыларҙың береһе тоҫҡамайынса уҡты атып ебәрә, уҡ, ҡалын тимер көпмәне тишеп, шунда ҡаҙалып ҡала.

Уҡытыусы: был турала автор үҙе лә мәғлүмәт биреп китә. Уҡ сереп һынғас, уны ҡорос уҡ менән алыштыралар, “Киске Берлин” гәзитендә был турала мәҡәлә баҫылып сыға. Унда: “Был уҡты амур түгел, ә Наполеонға ҡаршы һуғышыусы башҡорт яугирҙары атҡан”, - тип яҙылған була. 1981 йылда автор барыуға ул уҡ та ергә ауған була. Бургомистрҙың ҡушыуы буйынса, уны, кире мендереп, элекке урынына ҡағып ҡуялар. Ә инде 2012 йылда был уҡ алтынға алмаштырып ҡуйыла. (6-сы слайд).

  • Башҡорттар смотр ваҡытында үҙҙәрен нисек тотҡандар?

Бөхтә кейенгән, өр-яңы ап-аҡ сәкмәндәрен, ҡыҙыл бүректәрен, аҡ буҫтау ҡуңыслы ҡаталарын ошо көнгә тип һаҡлауҙары һоҡландырғыс күренеш була. Үҙҙәрен бик әҙәпле тоталар, аттарының сыҙамлылығына ла һоҡланып ҡарайҙар.

  • Башҡорт аттарының яуҙа ҡатнашыуы нисек тасуирланған?

Яуап: улар үтә сыҙамлы, тау-ташлы, соҡор-саҡырлы, һаҙлыҡлы һәм урманлы урындарҙа йөрөп күнеккәнлеге тураһында граф Беннигсен әйтеп үтә.

Уҡытыусы башҡорт яҙыусыһы, ғалим Йыһат Солтановтың башҡорт аты хаҡында яҙған шиғырын миҫалға килтерә:

“Тәү ҡарауға, кескәй , әкрен ул,

Юҡ үҙендә артыҡ матурлыҡ.

Бөтә кешеләрҙе таң ҡалдырҙы

Башҡорт атындағы батырлыҡ!”

  • Ҡаһым түрәнең артабанғы яҙмышы нисек тамамлана?

Яуап: уны яуҙан ҡайтып барышлай ағыулап үлтерәләр.

Уҡытыусы: уның хаҡында башҡорттар “Ҡаһым түрә” йырын сығара. (Видеояҙманан өҙөк ҡарау).

  1. Йомғаҡлау.

  • Уҡыусылар, әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, һеҙҙең күңелегеҙҙә ниндәй тойғолар уянды?

  • Батырҙарыбыҙ хаҡында нимәләр әйтә алаһығыҙ?

  • Нисек уйлайһығыҙ, яҙыусы Яныбай Хамматов ни өсөн был әҫәрҙе ижад иткән?

Уҡыусыларҙың һәр береһе үҙ фекерен әйткәндән һуң, уҡытыусы йомғаҡлау һүҙен әйтә.

Ил өҫтөнә ҡасан, ниндәй генә һуғыш ябырылмаһын, ата-бабаларыбыҙ илебеҙҙе яҡлап, яуға күтәрелгән. Француздарға ҡаршы был һуғышта  башҡорт батырҙары үҙҙәренең намыҫтарына тап төшөрмәгән, аяу белмәй көрәшкән. Был батырлыҡтары өсөн уларҙы һәр ерҙә ихтирам иткәндәр, уларға һоҡланып ҡарағандар. Яҙыусы был әҫәрҙе яҙыусыға еткерер алдынан күп эҙләнеү эштәре алып барған. Урындағы материалдар менән ҡәнәғәтләнмәйенсә, Мәскәү, Ленинград, Пермь, Куйбышев, Силәбе, Ырымбур, Ҡазан, Владимир, Горький һәм Чебоксар ҡалаларында һаҡланған архивтарҙы өйрәнә, һирәк осрай торған китаптар һәм монографиялар менән таныша, күренекле тарихсылар менән осраша, хатта ул, “бөйөк урыҫ яҙыусыһы Лев Толстой ижади уҡытыусым булды”, тип раҫлай: “Бөйөк яҙыусының әҫәре йоғонтоһона бирелеп, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт казачий полктарының батырлығы хаҡындағы тарихи материалдарҙы, халҡыбыҙҙың шул саҡтағы тормошон, көнкүрешен, уларҙың һуғыш ҡоралдарын, кейемдәрен оҙаҡ һәм ныҡышмалы рәүештә өйрәнә башланым” тип таный, ә инде уның был йәһәттән ихласлығына, ҡолас йәйеп эш итеүенә үрҙә телгә алынған ҡалаларҙың исемдәре үҙҙәре шаһит. “Ундай әҫәр яҙыу өсөн миңә атай-олатайҙарҙың эҙенән үтеү кәрәк ине”, — тип аңлата быны яҙыусы.

Был һуғыш тураһында легендаға әйләнгән йырҙар ҙа ижад ителгән. Уҡыусылар, һеҙ был йырҙар тураһында беләһегеҙме?

Яуап: “Ҡаһым түрә”, “Әхмәт байыҡ”, “Икенсе әрме”, “Любизар” һәм башҡа йырҙар.

  • “Любизар” йырының тарихын кем һөйләп үтә?

Бер уҡыусы был йырҙың тарихын һөйләп ишеттерә.

Дәрес “Любизар” йыры менән тамамлана.

  1. Өйгә эш. Уҡыусылар теләк буйынса бер эште һайлап алалар.

1) “1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың батырлығы” темаһына инша яҙырға;

2) 1812 йылғы Ватан һуғышында беҙҙең ауылдан ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт тупларға;

3) 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың батырлығын тасуирлап һүрәт төшөрөргә.

 Рефлексия.

 Баһалау.

 

 

Ҡулланылған материал: “Башҡортостан” (№12, 24 ғинуар, 2015 йыл), “Йәшлек” гәзиттәре, Йыһат Солтанов шиғыры, фото-видеоматериал интернет селтәренән алынды.

bottom of page