top of page

Исемең хәрефтәрен һәр таң һайын

Алтынлата тәүге ал нурҙар…

 

Башҡортостандың халыҡ шағиры

Рәшит Ниғмәти ижадына арналған

әҙәби-музыкаль кисә

Төҙөнө: Бөрйән районы

Яуымбай ауылы мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Кинйәбулатова Фирүзә Фәрит ҡыҙы

 

Маҡсат: Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең ижадына арнап үткәрелгән кисә барышында уҡыусыларҙы данлыҡлы шағирҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу; оло шәхескә һәм уның ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү; Тыуған илгә, телгә, халҡына булған ихтирамын уҡыусылар күңеленә еткереү. 

Йыһазлау: китаптар күргәҙмәһе, газета-журнал материалдары, слайдтар.

Слайдтар: “Исемең хәрефтәрен һәр таң һайын

                       Алтынлата тәүге ал нурҙар.

                       Улар ярсыҡтарға түгел, гүзәл илдең

                        Гүзәл күкрәгенә яҙылған!..”

                                               Рәшит Ниғмәти.

“Мин постамын, Ватан!

Фронттарыңдың

Ҡайһы флангыһына ҡуйһаң да,

Йөрәгеңә атҡан дошман утын

Тәнем ҡаплар минең, уҙғармаҫ!”

                                                Рәшит Ниғмәти.

“Минең иманым камил: һуғыш ваҡытында, унан һуңғы ауыр йылдарҙа, атайым һымаҡ намыҫлы шағирҙар булмаһа, уларҙың илһамлы һүҙе яңғырамаһа, халыҡ күтәрелә алмаҫ ине. Улар үҙ иңенә ғәйәт ҙур бурыс йөкмәне һәм атҡарып сыҡты. Атайым ошо изге эшкә бөтә ғүмерен һалды.”

                                                 Флорида Рәшит ҡыҙы Ниғмәтуллина-Тибеева.

“Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең ижады әҙәбиәтебеҙ тарихында ҙур урын биләй. Поэзиябыҙҙың гражданлыҡ рухын, публицистик пафосын күтәрешеүҙә, шиғриәт культураһын үҫтерешеүҙә Рәшит Ниғмәти ижадының роле ғәйәт ҙур булды.”

                                                  Ғайса Хөсәйенов.

Кисә барышы.

     Әкрен генә башҡорт халыҡ йыры “Урал” яңғырай. Сәхнәгә 3 алып барыусы сыға: 2 ҡыҙ һәм бер егет. Егет аҙ ғына арттараҡ тора.

     1-се алып барыусы (егет):

Уйҙар яҡты, яҡын йәшен һымаҡ,

Йөрәктәрҙә - көслө кисереш.

Ҡайнарлыҡта – ҡояш – йөрәк кеүек,

Йөрәк ҡайнар, ҡояш шикелле.

О Ватаным!

Ошо йөрәгемдә

Һуңғы тамсы ҡаным ҡалһа ла,

 Тиңдәше юҡ оло атакала

Шул һуңғы ҡан ергә тамһа ла, -

Ул бары тик һине һөйөр,

Һинең өсөн яныр һуңғы ҡат.

Тик әле ул ҡояш кеүек тере,

Артерия ҡандар урғыта.

Ҡояш үҙенең матурлығын

Бүләк иткән еренә илемдең.

Илем – йәшәү кеүек гүзәл,

Йәшәү гүзәл, илем шикелле.

     2-се алып барыусы (ҡыҙ): Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылары-быҙ, дуҫтарыбыҙ! Башҡортостандың халыҡ шағиры, яратҡан шағирыбыҙ Рәшит Ниғмәти ижадына арналған кисәне асырға рөхсәт итегеҙ.

     3-се алып барыусы (ҡыҙ): Аҙ ғүмер кисерһә лә, ҡаты ауырыу үткәрһә лә, уның тормош юлы һәм ижады, йәмәғәт эшмәкәрлеге күптәргә өлгө. Аслыҡ йылдарын да, ғаиләһенән ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнгән осорҙо ла, һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙы ла сабыр кисерә, һәр саҡ үҙ һүҙенә, күңеленә, иленә тоғро була ул. Оло йәшкәсә йәшәй алмаһа ла (ҡаты ауырыу арҡаһында ул иртә вафат була), олпат булып ҡала белә.Уны оҙатҡан саҡта урамдағы кешеләр араһынан үтерлек тә булмай. Бөтәһе лә ихлас ҡайғыра, замандың иң оло шәхестәренең береһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры менән һәр кем хушлашырға, уны һуңғы тапҡыр күреп ҡалырға теләй.

     1-се алып барыусы (егет): Шағир үҙе үлһә лә, уның йыр кеүек яңғыраған шиғырҙары ҡала. Уның ижадын өлкәндәр ҙә, балалар ҙә берҙәй ярата, хөрмәт итә. Шиғыр һәм поэмаларында бөтә заман сағылдырыла. Үҙе лә халыҡҡа арымай-талмай хеҙмәт итә. Әҫәрҙәренән халыҡсанлыҡ, ихласлыҡ Ватанды ихлас һөйөү, уға тоғро хеҙмәт итеү, батырлыҡ сифаттары бөркөлөп тора. Ватан ҡайҙа ҡушһа, ул шунда китергә әҙер. Һаулығы насар булыуға ҡарамаҫтан, ул фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, ғариза яҙа, ләкин уның үтенесен кире ҡағалар. Ул Әлкәлә һалдаттарҙы снайперлыҡҡа өйрәтә. 1943 йылда фронтта, артистар Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатовалар менән бергә Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттары алдында сығыштар яһап йөрөгәндә, ҡамауҙа ҡалғандан һуң, Әләкәгә ауырып ҡайта. Ҡатынына , ирегеҙҙе килеп алығыҙ, үлеп ҡуйыуы ихтимал, тигән хәбәр килә. Ҡатыны уны алып ҡайтҡас, улар табиптарға яҡын булыу маҡсатынан Өфөгә күсәләр.

     2-се алып барыусы (ҡыҙ):

Мин постамын, Ватан!

Фронттарыңдың

Ҡайһы флангыһына ҡуйһаң да,

Йөрәгеңә атҡан дошман утын

Тәнем ҡаплар минең, уҙғармаҫ!

     3-сө алып барыусы (ҡыҙ): Шағирҙың дошмандарға ҡаршы күтәрелергә әйҙәп яҙылған агит-шиғырҙары ла байтаҡ. “Тыуған илем өсөн!” шиғырында илебеҙҙең ул-ҡыҙҙарын, үҙе әйткәнсә, “подвиг” яһарға, еңеү килтерегә саҡыра:

    Намыҫ, азатлыҡ һәм бәхет өсөн

    Ватан саҡыра беҙҙе көрәшкә.

  • Ватан өсөн!

  • Тыуған тупраҡ өсөн!

  • Алға! Еңеүҙәргә иптәштәр!

         1-се алып барыусы (егет): Тылда ҡалған иптәштәрҙе лә ул үҙенең шиғырҙары менән рухландыра, яҡшыраҡ эшләргә саҡыра:

    Яҡшы бел: илдең һәм тормоштоң ныҡлығы –

    Колхозда, совхозда башаҡтар туҡлығы!

    Һәр бөртөк – ул пуля, граната һәм ҡылыс,

    Һәр бөртөк Гитлерға бомбалай ҡурҡыныс!

         2-се алып барыусы (ҡыҙ): Өсмөйөшлө хаттар шағир ҡулына ла килеп эләгә. Ул, кәләш менән егеттең хаттарын “рөхсәтһеҙ уҡып”, фронт ҡырындағы егеттәрҙе шатландырыу һәм тылдағы йәш ҡыҙҙарҙы, һөйгән кәләштәрен йыуатыу маҡсатында “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмаһын ижад итә.

         3-сө алып барыусы (ҡыҙ):

    …Өс ай инде бына хатың килмәй,

    Ниңә улай оҙаҡ яҙмайһың,

    Әллә ҡаты яраландыңмы һин,

    Әллә ваҡыт бер ҙә ҡалмаймы?...

    …Мин ризамын, әгәр, һине ҡыуып,

    Оҙаҡ барһалар ҙа хаттарым.

    Тимәк, минең егетем алға бара,

    Дошман нығытмаһын аҡтарып.

         1-се алып барыусы (егет):

    Хаттарыңды һинең уҡыған саҡта,

    Гүйә, һуғыш хөрмәт күрһәтә:

    Тап йөрәккә тейер пуляляр ҙа,

    Тайпылышып, теймәй үтәләр…

    …Ҡайта алмай ҡалһам, үҙемдең һәм

    Һеҙҙең йәшәү өсөн һуғышып,

     Күтәрегеҙ, миңә һәйкәл итеп,

    Бәхетле һәм гүзәл тормошто…

         2-се алып барыусы (ҡыҙ): “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһында ла Рәшит Ниғмәти аяҙ күк йөҙөн ҡара һөрөм менән ҡаплап, еребеҙгә оятһыҙ рәүештә баҫып ингән немец фашистарына ҡаршы нәфрәтен белдерә. Урал тауы “һикереп баҫып приказ биргәс”, башҡорт улдары, Рәсәй илен – Тыуған илде яҡлап, берҙәм яуға күтәреләләр. Үҙҙәренә алған наказды улар намыҫ менән башҡарып сығалар.

    О рус ере!

    Ҡайҙа атлаһаҡ та,

    Һин йөрөйһөң беҙҙең күңелдә.

    Бындай ер өсөн

                 барырбыҙ йәшәүгә,

                                         хеҙмәткә,

                                             байрамға,

                                                  үлемгә!

         “Еңеүселәргә дан” йыры башҡарыла.

         3-сө алып барыусы (ҡыҙ):  Шағир ғүмере буйына Украинаға рәхмәтле була.Уны яратып, “батькивщина” тип өндәшә. Сөнки аслыҡ йылдарында уның туғандары ҡырылып бөтә, бер үҙе ҡалғас, уны Өфөгә балалар йортона ебәрәләр. Ләкин унда ла ашарға етерлек булмай, шунлыҡтан балалар хатта урлыҡ юлына ла баҫалар, баҙарҙан ҡалас сәлдереү ғәҙәткә әйләнә. Ғәззә апай Мостафина хәстәрлеге менән бер нисә бала Украинаға ебәрелә. Унда барғас ҡына, сабыйҙарҙың тамағы икмәккә, башҡа ризыҡҡа туйына. Украинанан ҡайтҡас, Рәшит интернатҡа урынлашты-рыла, артабан шиғырҙар яҙа, рабфакка уҡырға инә, армияла алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә.

    - Төшмө?

    Ялған, ялған.

    Үтелгәндәр

    Аҙыҡ бирә беҙҙең күңелгә,

    Үткәндәрҙән алған һабаҡ менән

    Алғы көндө төҙөй ғүмерҙәр…

         1-се алып барыусы (егет): Шағирҙың Тыуған илен яратыуы “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” әҫәрендә асыҡ сағыла.

    “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” әҫәренән өҙөк ятлау. “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйыны сәхнәләштерелә, “ҡыҙ” менән “атаһы” сәхнәлә.

         2-се алып барыусы (ҡыҙ): Рәшит Ниғмәти шиғырҙарында халыҡсанлыҡ мотивтары ла ҙур урын алған. Был айырыусы һуғыштан алда яҙылған “Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһында киң сағылыш тапҡан.Шағир үҙ халҡының күңел моңон, ысын күңелдән йөрәгенән үткәрә, халыҡ ижады ынйыларын: йыр, ҡобайыр, легенда элементтарын ҡулланыуы поэманың бөтә рухын моңға күмгәндәй төҫлө.

    Ағиҙелдең һыуы һалҡын,

    Ярҙары таш булғанға.

    Ағиҙел кеүек саф йылға

    Юҡтыр инде донъяла.

              Алҡынып аға Ағиҙел,

              Талпынып аға Ағиҙел

              Тауҙар артынан.

              Мәскәүгә барып етер ул

              Һәм ҡайнар сәләм әйтер ул

              Башҡорт халҡынан!

         3-сө алып барыусы (ҡыҙ):  Яңы тормош төҙөргә ынтылыусы шағир кешеләрҙең яңы характерын – хеҙмәт һөйөүсе йәштәр образын “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаһында бөтә йәштәргә өлгө булырлыҡ итеп тасуирлап бирә. Был поэманы яҙып, Фәтхел менән Гөлгөл образдары аша һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа нисек йәштәрҙе хеҙмәттә, коллективта тәрбиәләү маҡсатын ҡуя һәм уңышлы хәл итә.

    Һаҡмар буйҙарында ҡоштар һайрай,

    Шыбырлаша ағас баштары.

    Ҡояш ҡалҡа, алтын нурға манып

    Ирәндектең аҫыл таштарын.

    Тау башында, бронза һәйкәл кеүек,

    Кемдәр баҫып тора икәүләп?

    Мин таныным:

                    минең дуҫтар икән,

    Гөлгөл менән Фәтхел икәндәр.

    Килгән улар семья тормошоноң

    Тәүге таңын ҡаршы алырға.

    Бөгөн тағы бер бәхетле семья

    Тыуҙы сыуаҡ Һаҡмар ярында.

         Шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған “Дан һиңә, Башҡортостан” йырын йырлау.

         1-се алып барыусы (егет):  “Осҡондан ялҡын…” поэмаһы иң күренекле әҫәрҙәренең береһе. Ялҡынлы рухта яҙылған был поэмала автор башҡорт эшсе-революционер Моратты үлемдән тик Тыуған илдең тартып алыуы, уға тура юл күрһәтеүсе партияға дан йырлай. Мораттың ғүмере лә революцион көрәш менән билдәләнә.

         2-се алып барыусы (ҡыҙ):  Рәшит Ниғмәти шағир булып ҡына тү-гел, үҙен күренекле драматург, оҫта тәржемәсе, үткер публицист итеп танытты. “Врач Ғимранов”, “Урман шаулай”, “Ағиҙел ярын-да”, “Ағиҙел ярында”, “Һинең йондоҙоң” пьесалары авторы.

         Тәржемә өлкәһендә рус классиктарына мөрәжәғәт итте. А.С. Пушкин,В.Маяковский, М. Лермонтов, М.Горький, Д.Фурманов, В Катаев, Ст.Злобин, П.Павленконың әҫәрҙәрен башҡорт уҡыусыһына еткерә. Һәҙиә Дәүләтшинаның данлыҡлы “Ырғыҙ” романын китап итеп баҫтырып сығарыуға ҙур көс һала. 

         3-сө алып барыусы (ҡыҙ):  Ғаиләһендә лә бик уңа Рәшит Ниғмәти. Уның өсөн өҙөлөп торған, ғүмеренең һуңғы һулышына тиклем яҡшы тәрбиәләгән ҡатынын, үҙе өсөн өҙөлөп торған балаларын шул тиклем ярата. Балалары берәй ярамаған эш ҡылған саҡта ла тыныс, сабыр, шул уҡ ваҡытты талапсан булып ҡала белә. Бына ҡайҙа ул ысын ир-егет, абруйлы атай?! Ә беренсе ҡыҙы тыуғас, атҡа менгәндәй ҡыуаныс кисерә ул.

    Ҡарайым ҡыҙыма

    Һәм шулай уйланам:

    Тағы бер бәхетле

    Яралды донъяла.

    Ҡаршылап кешене,

    Йылмайҙы киң илем,

    Флоридам,Флоридам,

    Флоридам һин минең!

         1-се алып барыусы (егет):  Ҡасандыр Рәшит Ниғмәти, рус халҡының бөйөк шағиры Пушкиндың ижадына һоҡланып, ошондай юлдарҙы яҙа:

    …Исемең хәрефтәрен һәр таң һайын

    Алтынлата тәүге ал нурҙар.

    Улар ярсыҡтарға түгел,

                      гүзәл илдең

    Гүзәл күкрәгенә яҙылған!..

         Бөгөн ошо юлдарҙы хаҡлы рәүештә Башҡортостандың халыҡ шағиры, яратҡан шағирыбыҙ Рәшит Ниғмәтиҙең үҙенә  ҡарата әйтергә мөмкиндер. Уның шиғырҙары, поэмалары күңелебеҙҙән мәңге һүрелмәҫ!

bottom of page