top of page

 Тема: Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын өйрәнеү. (5-се класс.)

Дәрес тибы: яңы теманы өйрәнеү.

 

Маҡсат: 1) шағирҙың тормошо һәм ижады буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау,

шәхес булараҡ уның яҙмышы һәм характерын асырҙай мәғлүмәттәр менән

таныштырыу аша Р.Ғариповҡа – шағирға хөрмәт тойғоһо, ижадына һөйөү

тәрбиәләү, шиғырҙың йәкмәткеһен үҙләштереү; 2) Тыуған илгә, телгә,

халыҡҡа булған мөнәсәбәтте уҡыусылар күңеленә күсереү – туған телен,

 уның киләсәген ҡайғыртыусы, аңлы, белемле йәш быуынды тәрбиәләү;

3) тасуири уҡыуҙы булдырыу, уҡыусыларҙың үҙаллы фекерләүен үҫтереү,

инша яҙырға өйрәтеү.

Дәрес барышы:

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

1

Ойоштороу мәле.

(2-3минут)

Уҡытыусының сәләмләү һүҙе.

-Хәйерле көн, уҡыусылар! Дәресте беҙ башлайыҡ.

Яңы белем, яҡшы билдә

Бөгөн алып ҡайтайыҡ!

Уҡыусылар уҡытыусыны сәләмләй.

Дәрескә әҙерләнәләр.

2

Дәрес маҡсатын ҡуйыу. (Айырым уҡыусылар менән эш, коммуника-тив)

(5 минут)

 

 

Дәрес эпиграфы бирелә:

И туған тел, и матур тел,

Атам-әсәмдең теле!

(Ғабдулла Туҡай)

Һорауҙар: 

1. Уҡыусылар, был юлдарҙа нимә тураһында һүҙ бара?

2. Нимә ул туған тел?

3. Тимәк, бөгөн дәресебеҙ ниндәй темаға арналасаҡ?

    Слайдта Рәми Ғарипов-тың фотоһүрәте сыға.

4.Уҡыусылар, бөгөн кемдең, ниндәй  әҫәре менән танышасаҡбыҙ? (уҡыусылар дәфтәрҙәренә көндө, дәрес темаһын яҙалар).

5. Бөгөнгө дәрескә үҙебеҙгә ниндәй бурыс-маҡсаттар ҡуябыҙ?

 

 

 

 

1.Туған тел тураһында.

2. Атай-әсәй теле, беҙҙең телебеҙ...(яуаптар төрлө булырға мөмкин).

3. Туған тел темаһына.

4. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың туған тел тураһындағы әҫәре менән.

5. Шағирҙың ижады менән танышыу, шиғыр-ҙың йөкмәткеһен үҙләш-тереү, туған тел тура-һында һөйләшеп, өҫтәл-мә мәғлүмәттәр алыу.

3

Яңы белем биреү.

Диалог, парҙар менән эш.

(20-25 минут)

 

 

1) Уҡыусылар, һеҙ Рәми Ғарипов хаҡында нимәләр беләһегеҙ? Әҫәрҙәрен уҡығанығыҙ бармы?

2) Уның тормошо хаҡында  һеҙҙе нимәләр ҡыҙыҡһын-дыра?

3) Уҡытыусы слайдтар ярҙамында шағирҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштыра, китаптарына иғтибар бирелә.

4) Уҡытыусының шиғырҙы тасуири ятлап күрһәтеүе.

5) Уҡыусыларға шиғырҙы үҙ аллы тауышһыҙ уҡып сығырға ҡушыла.

6)Ниндәй таныш булмаған һүҙҙәр осраны?

Һүҙлек эше ойоштороу:

-ынйы – аҫылташ, мәрйен, саф, ялтырап тора;

-кәрәҙ – бал ҡортоноң күҙәнәкле балауыҙы;

-хаҡлыҡ – дөрөҫлөк;

- сәсән – йор һүҙле, аҡылға бай, шиғыр йә ҡобайыр сығарырға һәләтле.

7) Туған тел тураһында тағы ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ?

8) Ә хәҙер был шиғырҙарҙан мәҡәл-әйтемгә әйләнеп киткән юлдарҙы табып уҡып күрһәтегеҙ. Ҡайһы юлдар  айырыуса күңелегеҙгә ятты?

9) Уҡыусылар туған тел тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Уларҙың мәғәнә-ләрен нисек аңлайһығыҙ?

 

 

10) Был шиғырҙы кем тасуири итеп уҡып күрһәтә?

11)Был шиғыр һеҙҙең күңелдә ниндәй уй-тойғолар уятты? Шиғырҙы нисек, ниндәй тонда уҡырға кәрәк?

12) Автор үҙен кем менән сағыштыра? Туған телде нисек, ниндәй һүҙҙәр ярҙа-мында һүрәтләй? Уның үҙ телен яратыуы ҡайһы юл-дарҙа күренә? Ниндәй һү-рәтләү саралары ҡулланған?

13) “Иле юҡтың ғына теле юҡ!”, “Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ!” тигән юлдар-ҙың мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ?

1 Ул – шағир, тәрже-мәсе... Бик күп шиғыр-ҙары, поэмалары бар.

2) Ул ҡайҙа, ҡасан тыуған? Ғаилә хәле. Иң күренекле әҫәрҙәре тураһында...

3) Уҡыусылар алған мәғлүмәттәре буйынса һығымта яһайҙар, уны дәфтәрҙәренә яҙалар.

 

 

4-6) Уҡыусылар шиғыр-ҙы дәреслектән иғтибар менән күҙәтеп баралар, аҙаҡ үҙ аллы эстән уҡып сығалар, аңлашылмаған һүҙҙәргә иғтибар итәләр:

Ынйы, кәрәҙ, хаҡлыҡ, сәсән.

Уҡыусылар үҙҙәре был һүҙҙәрҙең аңлатып ҡарайҙар.

 

 

7) Б.Бикбайҙың “Туған тел”, Ҡ.Аралбайҙың “Башҡорт теле”, З.Бии-шеваның “Башҡорт теле”,  Р. Шәкүрҙең “Ерем, илем, телем” шиғырҙары.

8) Уҡыусылар был юл-дарҙы эҙләп табалар, айырыуса оҡшағандарын дәфтәргә яҙалар.

9) Уҡыусыларҙың яуаптары: “Һөйҙәргән дә тел, көйҙәргән дә тел”,

“туған телем – үҙ телем”, “Телһеҙ кеше – ярты кеше” һ.б.

Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлаталар.

10) Бер-ике уҡыусы шиғырҙы тасуири уҡый.

11)Яуаптар.

12) Уҡыусыларҙың яуап-тары. Сағыштырыу – бал ҡортондай;

 эпитет, метафора:

йәнле ынйы, кәрәҙ, көслө тел, бай тел, яғымлы тел, сәсән тел һ.б.

13) Яуаптар.

 

5

Индивидуаль эш.

Тел тураһында мәҡәлдәр ҡулланып, хикәйә-шиғырҙар  ижад итеү.

Уҡыусылар яҙылған әҫәрҙәрен уҡыйҙар.

6

Йомғаҡлау.

(7 минут)

-Халҡыбыҙ шағиры Р.Ғари-пов был шиғыры аша нимә әйтергә теләгән? Ул беҙҙе нимәгә өндәй?

- Был шиғыр юлдары менән халыҡ мәҡәлдәре араһында ниндәй уртаҡ фекер бар?

 

Яуаптар төрлөсә булыр-ға мөмкин.

-Беҙ үҙ туған телебеҙҙе яратырға, хөрмәт итергә, ҡәҙерләп һаҡларға тейешбеҙ. Көндәлек тормошта уны дөрөҫ ҡулланырға бурыслы-быҙ. (һәр уҡыусы үҙе сығарған һығымтаны дәфтәргә яҙа).

7

Рефлексия.

Яңы алынған белемгә үҙбаһа ҡуйыу, уҡытыусы баһаһы.

(3 минут)

 

- Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйылғайны? Маҡсаты-быҙға ирештекме? Иҫбат-лағыҙ. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙгә һәм иптәштәребеҙгә баһа ҡуяйыҡ. Һеҙгә дәрес оҡшанымы?

Дәресебеҙҙе Р.Ғариповтың шиғыр юлдары менән йомғаҡлайыҡ.

(һуңғы слайд).

Уҡыусылар дәрес буйынса үҙ фекерҙәре менән бүлешәләр, ниндәй маҡсаттарға ирешеүҙәре хаҡында һөйләйҙәр, үҙҙәренә һәм иптәштәренә баһа ҡуялар.

8

Өйгә эш.

(2 минут)

“5”-ле билдәһе өсөн

1) “Туған тел” шиғырын тасуири ятларға;

2) “Әсәм теле – сәсән теле” темаһына инша яҙырға;

“4”-ле билдәһе өсөн

1) “Туған тел” шиғырын тасуири ятларға;

2) Тел тураһында мәҡәлдәр яҙырға.

bottom of page