top of page

Мин – уҡытыусы.

     Сың-сың-сың... Бына тағы тәүге ҡыңғырауҙың күңел ҡылдарын тибрәткән моңло сыңы яңы уҡыу йылының башланыуын хәбәр итә. Шат тауыштар, көр күңелдәр, алсаҡ йөҙҙәр... Аҡ алъяпҡыс, яңы костюм, уҡыусы ҡулдарындағы күҙҙең яуын алыр сәскәләр бәйләме... Ҡыҙыҡһыныусан, күпте белергә теләгән ҡараштар һиңә ҡарап бағалар. Йәйге осорҙа бер аҙ күрмәй торғанлыҡтан, һағынылған яҡын ҡараштар.

     “Мәктәп” тигән оло донъя һинең бар булмышыңды биләп алған да үҙ өйөрмәһендә өйөрөлтә генә. Уҡыусылар, дәрестәр, дәфтәр тикшереү, семинар-конкурстар, дәрестән тыш сараларҙан башҡа тормошоңдо күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

     ...Бәләкәй ҡыҙ бала шым ғына олатаһы янында уйнай. Олатаһы дәрескә әҙерләнә, шуға ла уға ҡамасауламаҫҡа тырыша. Был ҡыҙ үҙ хыял донъяһына сумған: әленән-әле дауаланыусыларына дарыу-витаминдар өләшә, ҡайһыһына укол ҡаҙарға ла ваҡыт еткән. Ҙур үҫкәс, табип булырға хыяллана ул.

     Бына аҡ алъяпҡыс тағып, ҡулына сәскәләр бәйләме тотҡан был ҡыҙ, ихлас йылмайып, тәүге тапҡыр мәктәпкә юл тота. Юлда уға һәр кем бәхет, уңыштар теләй, арҡаһынан яратып ҡала. “Белем” тигән оло донъяның ишеген асырға китеп бара ул. Класс бүлмәһе, тәүге уҡытыусы, уҡыусылар... Бала саҡтың иң йәмле хәтирәләре булып уйылып ҡалған был йылдар күңелемдә. Яҡшы уҡырға, алдынғы булырға тырыша инем, уҡыу ҙа еңел бирелде кеүек. Беҙҙе тәү башлап үҙ ҡосағына алған Әминә Тимерғаҙыҡ ҡыҙы тәү ҡарашҡа талапсан булһа ла, төплө белем бирҙе. Ихласлап дәрес аңлатһынмы, өҙҙөрөп баянда уйнап ебәрһенме, йә бейеүҙәр өйрәтһенме, ҡыҫҡаһы, һәр яҡлап талант эйәһе булып иҫтә ҡалған тәүге уҡытыусым. Шуғалыр ҙа мәктәптә үткән ярыш-конкурстарҙа беҙҙең класс һәр саҡ алдынғылыҡты яулап ҡуя ине. Мәктәпкә практика үтергә килгән йәш ағай-апайҙар ҙа күңел төптәрендә матур хәтирәләр ҡалдырҙы, уларға ҡарап гелән һоҡлана инек...

     Үҫә төшкәс, урта кластарҙа уҡығанда, ауылыбыҙға сибәр генә апай килен булып төштө. Беҙгә, үҫмер ҡыҙҙарға, бейеү серҙәрен өйрәтмәһә, бәлки ул тиклем иғтибар ҙа бирмәгән булыр инек. Бейеүҙең сихри донъяһы бар булмышыбыҙҙы биләп алды, шундай дәртләнеп киттек, уҡыуҙа ла тартыла төштөк. Киләсәктә табип булырға хыялланған ҡыҙсыҡтың күңеле хәҙер “бейеү” тип яна башланы. Ҡайһы уҡыу йортона барһам да, унда бейеү менән шөғөлләнәсәкмен, тигән хыял мине Башҡорт дәүләм университетына алып килде.

     Университеттағы тәүге дәрестәр, тулҡынланыу, ҡаушап ҡалыу... Имтихандарға әҙерлек, тәүге һынауҙар... Ауырлыҡтың күҙенә тура ҡарап, был уҡыу йортон уңышлы ғына тамамланым. Алдынғы ҡарашлы профессорҙар, киң белемле уҡытыусылар әҙәбиәт һәм тел фәненең оло донъяһына юл астылар. Лекцияларҙың береһен генә ҡалдырһам да нимәнелер белмәй ҡалырмын кеүек тойола ине. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ туған телебеҙгә, әҙәбиәткә тәрән һөйөү уятҡан уҡытыусыларым Фәрхәнә Ниғмәт ҡыҙына, Асия Солтан ҡыҙына рәхмәттәремде уҡып бөтә алманым. Сөнки улар биргән белем, тәҡдим иткән китаптарҙы уҡып барыуым университетта уҡыу дәүерендә ҙур ярҙам итте.

     Минең алда тәүге дәрестәр. Тағы һынау алдындамын... Өмөт менән ҡараған күҙҙәрҙең ышанысын аҡлармынмы? Уҡытыусы иңенә төшкән бурыстарҙы тулы итеп күҙ алдына баҫтыра алмайым әле. Әммә уҡытырға барған мәктәп мине шундай йылы ҡаршы алды: коллегаларымдың иғтибары, уҡыусыларымдың ихтирамлы ҡарашы барлыҡ борсолоуҙарымды ҡул менән һыпырып алғандай булды. Хатта был ауылдың инәй-бабайҙары: “Һаумы, ҡыҙым! Хәлдәрең нисек?” – тип, арҡанан һөйөп-яратып үтеүҙәре мине был ауылда тиҙ үк үҙ кешегә әйләндерҙе. Уҡытыусы һөнәре яйлап минең яҙмышыма, булмышыма әйләнде. Дәрестәргә әҙерләнеү, мәктәп тормошонда ҡайнау, бынан тыш ауылдағы һәр сарала ҡатнашыуҙар иңемә һәр яҡлап яуаплылыҡ, тормошома йәм, мәғәнә биҙәге өҫтәне. Уңдым мин тәү эш башлаған мәктәбемдән. Бер йыл ғына эшләп китеүемә ҡарамаҫтан, әле лә күңелем түрендә районыбыҙҙың Килдеғол мәктәбе тураһында иң йылы хәтирәләр һаҡлана.

     Яуымбай мәктәбендә эш башлауыма ла хәтһеҙ йылдар үтеп киткән. Хәҙер инде мәктәптең оло донъяһына ғаилә хәстәре лә өҫтәлгән... Шул уҡ ихлас балалар, ихтирамлы ҡараштар... Уҡыусым күңелен һәр ваҡыт аңлап ҡабул итергә тырышам. Күктәге йондоҙҙарҙың береһе лә бүтәндәренә оҡшамаған кеүек, балаларҙың да һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле, сағыу. Киләсәктә уларҙың ҡайһыһы тағы ла нығыраҡ балҡып яныр, ҡайһыһы алыҫтаныраҡ емелдәр... Хатта насарыраҡ өлгәшеүсе уҡыусыларың да, йылдар үткәс, һине онотмайҙар икән, тимәк һинең хеҙмәтең емешһеҙ булмаған. Элекке уҡыусыларымдың бер нисәһе хәҙер минең яҡын дуҫтарым, күңел йыуаныстарым. Улар менән бөгөн дә бәйләнеш өҙөлмәй: кәңәш һорайҙар, хәлемде белешәләр, “Апай!” – тип өҙөлөп торалар. Ошонан да ҙурыраҡ ҡыуаныс булыуы мөмкинме уҡытыусы өсөн?! Кисәге уҡыусыларымдың ҡайһылары бөгөн минең юлымды дауам итеүсе коллегаларым.

     “Уҡыусыларым киләсәктә илебеҙ өсөн файҙалы кеше булһындар, һәр береһе тормошта үҙ урынын тапһын”, - тигән уйҙар менән дәрескә әҙерләнәм, дәрестәрҙә һәр уҡыусының күңеленә изгелек орлоҡтары һалырға тырышам. Әҙәбиәтте әҙәп дәрестәре тип ҡараһам, тел дәрестәрендә туған телебеҙгә оло һөйөү тойғоларын уятырға тырышам. “Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр”, - ти бит халыҡ мәҡәле лә. Бөгөн уҡыусым күңеленә һалған орлоҡтар, киләсәктә шытып сығып, үҙ орлоҡтарын сәсеренә ышаныс-өмөтөм ҙур.

     Ауыл йоҡлай... Тик мин һаман уйҙарыма бирелеп, алдағы дәрестәргә әҙерләнәм, әленән-әле китаптарға мөрәжәғәт итеп, һорауҙарыма яуаптар эҙләйем, өйрәнәм, шулай уҡ алдыма тикшерелергә тейешле дәфтәрҙәр ҙә өйөлгән. Бөгөнгө заман ҡуйған талаптарҙы бер минутҡа ла иҫемдән сығармайым: яңыса уҡытырға, эҙләнергә, баланы уйландырырлыҡ алымдар ҡулланырға тырышам. Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ: бер йүнәлештә алып барылған эш көтөлгән һөҙөмтәне арттыра төшә. “Ҡаурый ҡәләм” түңәрәгендә ҡәләм тибрәткән уҡыусыларымдың ижад емештәрен ваҡытында баһалап барыу шулай уҡ мөһим, улар араһынан киләсәктә абруйлы шағир-яҙыусылар сыҡмаҫ тимә! Бынан тыш мәктәптәге уҡытыу-тәрбиә эштәре өсөн яуаплылыҡ, бөтмәҫтәй тойолған отчеттар, пландар, бурыстар, профессияң буйынса мәҙәниәт, спорт сараларында ҡайнап йәшәү ҙә яратҡан һөнәремә яуаплылыҡ тойғоһо өҫтәй. Уҡытыусының иңенә ниндәй оло бурыс ҡуйылғанын хәҙер бар булмышым менән төшөнәм: ауыр, әммә бар күңелең менән үҙ иткән, яратҡан эш.

     Ҡыҙ баланың бала саҡтағы хыялдары тормошҡа ашмай ҡалһа ла үкенесһеҙ, тип уйлайым. Сөнки беләм: уҡытыусы – ул күңел табибы, бала йөрәгенә нур биреүсе, яҡты киләсәгенә ышаныс уятыусы, уҡыусыға һәр яҡлап дуҫ-терәк. “Бар һөнәрҙәр ҙә – уҡытыусынан, уҡытыусы һөнәре – Хоҙайҙан”, - тигәндәй, уҡытыусы һөнәренән дә ҙурырыҡ һөнәр бармы икән донъяла?!

     Ябай ғына ауыл уҡытыусыһы булһам да, киләсәктә балҡыр йондоҙҙар, ышаныслы киләсәк минең бар булмышымды яҡтырта. “Уҡытыусы” тигән бөйөк исемгә тап төшөрмәй, олатай-өләсәйем һалған изге һуҡмаҡтан, хәҙер инде үҙ юлымдан сабыр ғына атлайым.   

bottom of page