top of page

Тема. Мәҡәлдәр.

Маҡсат: 1) халыҡ ижадының жанр төрҙәрен иҫкә төшөрөү, мәҡәлдәр тураһында төшөнсә биреү, уларҙың мәғәнәһен, төрҙәрен асыҡлау;

2) мәҡәлдәрҙең тел-стиль үҙенсәлектәрен аыҡлау, аңлатмалы уҡыу аша телмәр үҫтереү, телмәрҙә мәҡәлдәрҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү – бәләкәй хикәйә ижад итеү; 

3) уҡыусылар күңелендә халыҡ ижадына һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү; тырышлыҡ, изгелек, дуҫлыҡ сифаттарын тәрбиәләү.

Дәрес барышы.

  1. Инеш. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Кәйефтәрегеҙ нисек? Кәйефегеҙҙең нисек икәнен билдәләү өсөн, алдығыҙҙа ятҡан смайликтарҙы һайлап күрһәтегеҙ. Кәйефтәрҙе күтәреү өсөн бер-беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ, дәресебеҙҙе башлайбыҙ. Таҡтаға иғтибар йүнәлтелә.

    Шатлыҡ-ҡыуаныс килтерһен

    Һәр бер атҡан таңыбыҙ.

    Йылы, матур мәктәптәрҙә

    Уҡып белем алабыҙ.

  2. Үткән дәрес материалын ҡабатлау.

  • Уҡыусылар, иҫкә төшөрөп үтәйек, нимә ул халыҡ ижады?

  • Ә һеҙ ниндәй халыҡ ижады жанрҙарын беләһегеҙ?

  • Яҡшы, хәҙер таҡтаға ҡарағыҙ: түбәндәге һөйләмдәр йә текстар халыҡ ижадының ҡайһы төрөнә ҡарай? (слайдтар)

    * Борон-борон заманда, ҡарға командир, әтәс әфисәр, һайыҫҡан һалдат булған саҡта, йәшәгән, ти, әбей менән бабай. (Әкиәт)

    * Йоҡла, балам, йом күҙеңде,

    Әлли-бәлли, бәү-бәү.

    Мин һаман да һинең янда

    Әлли-бәлли, бәү-бәү! (Бишек йыры)

  • Баҫ, ҡыҙым, Әпипә,

    Һин баҫмаһаң, мин баҫам.

    Һинең баҫҡан эҙҙәреңә

    Мин дә килтереп баҫам. (Таҡмаҡ)

  • Илаҡ-илаҡ,

    Илле ҡолаҡ,

    Ҡолаҡтарын йыумаған,

    Күҙ йәштәрен тыймаған. (Үсекләшеү)

  • Ҡап-ҡап, балыҡ, ҡап,

    Яр башында ялтырап ят! (Һамаҡ)

  • Аҡ ашъяулыҡ таптым –

    Ер өҫтөнә яптым. (Йомаҡ)

  • Уҡыусылар, өйҙә яҙып килгән йомаҡтарҙы уҡып ишеттерәйек, иптәштәребеҙ яуаптарын табырҙар.

  1. Яңы тема.

  • Таҡтала бирелгән һөйләм халыҡ ижадының ҡайһы төрөнә ҡарай?

    Үҙ илең – алтын бишек.

  • Тимәк, дәрестең темаһы нисек булыр? Бөгөнгө дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйырһығыҙ? (Яуаптар).

  • Дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө дата һәм теманы яҙығыҙ.

  • Нимә ул мәҡәл?

  • Мәҡәлдәрҙе кемдәр һәм ҡасан ижад иткән?

  • Унда нимәләр сағылдырыла?

  • Мәҡәлдәр хәҙер ижад ителәме?

  • Мәҡәлдәрҙе һөйләү һәм яҙыу телмәрендә ни өсөн ҡулланалар?

  • Ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

    Уҡыусыларҙың яуаптары. Һығымта сығарыла.

  • Китаптан мәҡәл тураһында аңлатманы уҡып сығығыҙ һәм дәфтәргә яҙып алығыҙ.

    (Уҡытыусы мәҡәл төшөнсәһенә өҫтәп мәғлүмәт бирә.)

  1. Дәрес темаһын нығытыу.

  • Һеҙ һөйләшкәндә, аралашҡанда мәҡәлдәрҙе йыш ҡулланаһығыҙмы?

  • Ниндәйҙер мәҡәлде әйткәндә, мәғәнәһе тураһында уйлайһығыҙмы?

  • Әйҙәгеҙ, бирелгән мәҡәлдәрҙең аҙағын әйтеп бөтөрөгөҙ һәм бергәләп уларҙың мәғәнәһен асыҡларбыҙ. (слайдтар.)

    Алтын-көмөш яуған ерҙән ...

    Уҡыған – уҙыр, ...

     

  • Мәҡәлдәрҙең төҙөлөшөнә иғтибар итәйек. (Уҡыусыларҙың яуаптары).

    Ял минуты. Төркөмдәргә бүленеп, уйын уйнап алайыҡ. Карточкаларҙа бирелгән һүҙҙәр менән мәҡәлдәр төҙөргә, аңлағанса һүрәткә төшөрөргә. Ҡалған командалар был мәҡәлдең нимә аңлатҡанын әйтеп үтерҙәр.

  • Хәҙер таҡтала бирелгән мәҡәлдәрҙе уҡыйбыҙ һәм уларҙың нимә тураһында икәнлеген, йәғни темаһы буйынса төрҙәрен асыҡлайыҡ. (слайдтар.)

    Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

    Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.

    Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

    Йөрөгән таш шымарыр, ятҡан таш мүкләнер.

    Ҡояштың да табы бар.

    Үҙ илең – алтын бишек.

    Берлектә – тереклек.

    Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр. (Уҡыусыларҙың фекерҙәре.)

  • Үҙегеҙгә оҡшаған мәҡәлде дәфтәрҙәргә яҙып алығыҙ һәм мәғәнәһен аңлатығыҙ.

  • Ярыш ойоштороп алайыҡ әле. Кем мәҡәлдәрҙе күберәк белә икән?

  • Уҡыусылар, бөгөн дәрестә мәҡәлдәр тураһында бик күп мәғлүмәт алдығыҙ. Ә хәҙер ошо мәҡәлдәрҙе телмәребеҙҙә ҡулланырға өйрәнәйек. Һәр беребеҙ үҙен яҙыусы итеп хис итһен һәм бәләкәй генә хикәйәләр яҙып ҡарайыҡ. Һеҙгә еңелерәк булһын өсөн бер хикәйәне тыңлап үтәйек.

     

    Бер нисә инша уҡыла. Ҡалғандары йыйып алынып, дәрестән һуң тикшерелә.

    Дәресте йомғаҡлау.

  • Бөгөн нимә тураһында һөйләштек?

  • Дәрестә ниндәй яңы белем алдығыҙ?

  • Ҡыйынлыҡтар булдымы? Ҡайһы урында?

  • Дәрес оҡшанымы? Смайликтар.

  • Баһалар.

    Өйгә эш. 1) Теләк буйынса дуҫлыҡ йә уҡыу тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә.

    2) Бер мәҡәлгә ҡарата ребус эшләп ҡарарға.

     

     

bottom of page