
МӘҠӘЛДӘР
Тел тураһында мәҡәлдәр.
Әсәм биргән ҡорал тел, атам биргән ҡорал тел.
Әсә теле бер булыр.
Иләк һорарға ла тел кәрәк.
Кеше күрке - йөҙ, йөҙҙөң күрке - күҙ, уйҙың күрке - тел, телдең күрке - һүҙ.
Тел - белемдең асҡысы, аҡылдың баҫҡысы.
Туған телем - иркә гөлөм, киңдер һиңә күңел түрем.
Хеҙмәт тураһында.
-
Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, ашағанда ҡолағың һелкенһен.
-
Башланған эш - бөткән эш.
-
Белеме барҙың ҡәҙере бар.
-
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.
-
Тырышлыҡ - ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ.
-
Хеҙмәте юҡтың хөрмәте юҡ.
-
Һөнәрле кеше - ҡораллы кеше.
-
Һөнәрһеҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош.
-
Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә, күп тешләй.
-
Ергә эйелһәң, байлыҡ килә.
Тыуған ил, батырлыҡ тураһында.
-
Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.
-
Берҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.
-
Ил ҡәҙерен белмәгән - башын юғалтҡан, ер ҡәҙерен белмәгән - ашын юғалтҡан.
-
Ир аҡылы - бер алтын, ил аҡылы – мең алтын.
-
Тыуған ил – алтын бишек.
-
Аттың даны егет ҡулында, егеттең даны үҙ ҡулында.
-
Батырмын, тип кем әйтмәй, яу килгәндә өнө юҡ.
-
Батырлыҡ яуҙа беленер, мәргәнлек ауҙа беленер.
-
Ауға барһан, зирәк бул, юлдашыңа терәк бул.
-
Ике кәңәш бер булһа, илле егет йөҙ була.
-
Ебәк билғау - бил күрке.
-
Батыр егет - ил күрке.
-
Ир-егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.
-
Мал торған ерен онотмаҫ, егет тыуған илен онотмаҫ.
-
Беләгенә ҡарама, йөрәгенә ҡара.
Тормош-көнкүреш тураһында.
-
Аҡыл йәштә түгел, башта.
-
Аманатҡа хыянат итмә.
-
Аҫыл таш ерҙә ятмаҫ.
-
Ата-әсәңә ни ҡылһаң, үҙең шуны күрерһең.
-
Бурлыҡтың һуңы - хурлыҡ.
-
Йоҡо тамаҡ туйҙырмай.
-
Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә.
-
Һүҙ яраһы һөңгө яраһынан ҡатыраҡ.
-
-
-
Һандар менән мәҡәлдәр.
-
Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
-
Алты йәшәр юлдан ҡайтһа, алтмыш йәшәр күрә барһын.
-
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.
-
Ҡурҡаҡтың күҙе дүртәү.
-
Ике кәңәш бер булһа, илле егет йөҙ була.
-
Биште эшләгәнсе берҙе еренә еткереп эшлә.
-
Егәрленең ҡулы етәү.
-
Йөҙ һумың булғансы, йөҙ дуҫың булһын.
-
Ир аҡылы - бер алтын, ил аҡылы - мең алтын.
-
Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ мең үлә.
-
Ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тотмайҙар.
-
Көслө берҙе еңер, белемле меңде еңер.
-
Бер ағас ҡырҡһаң, ҡырҡты ултырт.
-
Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай.
-
Берәүҙән икәү, икәүҙән өсәү яҡшы.
-
Ун тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр.
-
Бер ҡуянды ике тунамайҙар.
Ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында.
-
Алдыңда ышаныс булһын, артыңда таяныс булһын.
-
Ауыҙың ни әйткәнде ҡолағың ишетһен.
-
Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.
-
Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
-
Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
-
Кеше аҡылын ишет, үҙ аҡылың менән эш ит.
-
Кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң.
-
Көйҙөргән дә - тел, һөйҙөргән дә - тел, көлдөргән дә - тел, бөлдөргән дә – тел.
-
Ни сәсһәң - шуны урырһың, ни ҡылһаң - шуны күрерһең.
-
Үҙеңде ҙурлама, кешене хурлама.
-
Һүҙҙең башынан элек төбөн уйла.
-
Ялған һөйләһәң - тотолорһоң, дөрөҫ һөйләһәң - ҡотолорһоң.
Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында.
-
Изгелек ерҙә ҡалмаҫ.
-
Көн яманы китер, әҙәм яманы китмәҫ.
-
Ҡояш янында - йылылыҡ, әсә янында - изгелек.
-
Яҡшы ҡағылһа – йән һөйөнә, яман ҡағылһа – йән көйөнә.
-
Яҡшынан ҡасма, яманға аяҡ баҫма.
-
Яҡшы һүҙ балдан татлы.
-
Яман кешенең теле әсе.
-
Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.
-
Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.
-
Яҡшылыҡ ҡылған – аш йыйған, яманлыҡ ҡылған – таш йыйған.
-
Яман арба юл боҙор, яман арба ил боҙор.
-
Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ – һәр кешенең эшелер; яманлыҡҡа яҡшылыҡ – ир кешенең эшелер.
Икмәк тураһында мәҡәлдәр.
-
Асыҡ ауыҙҙан икмәк тә ҡаса.
-
Икмәк - табын ҡояшы.
-
Ер ҡәҙере игендә, кеше ҡәҙере белемдә.
Дуҫлыҡ тураһында.
-
Дуҫ көлгәндә беленмәй, бөлгәндә беленә.
-
Ике яҡшы дуҫ булһа, ике аранан ел үтмәҫ.
-
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.
-
Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер.
-
Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө.
-
Айырылмаҫтай дуҫыңа ҡайырылырҙай һүҙ әйтмә.
-
Дуҫтың дуҫлығы яуҙа беленә.
-
Бер күргән - белеш, ике күргән - таныш, күп күргән - дуҫ.
-
Ишәй ишен, ҡушай ҡушын табыр.
-
Күңел берлеге булған ерҙә кейем төрлөлөгө күренмәй.
-
АТ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР - Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло.
- Егет күрке дан менән, айғыр күрке ял менән.
- Менгән атың аҡбуҙ булһын, һѳйгән йәрең йәш ҡыҙ булһын.
- Абынмаҫ ат булмаҫ.
- Ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр.
- Азамат ирҙең билдәһе—аҙ һѳйләр ҙә күп тыңлар,
Арғымаҡ аттың билдәһе—аҙ уртлар ҙа күп юшар. - Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ.
- Ай айламай ат маҡтама, йыл йылламай килен маҡтама.
- Айыу алыр егетте атынан танырҙар,
Бүре алыр егетте бүркенән танырҙар. - Аҡыл—теҙген, ҡылыҡ—ат, теҙгенеңде белеп тарт.
- Ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр.
- Аҡыллының аты ла арымаҫ, туны ла туҙмаҫ.
- Аҡылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымаҫ.
- Алыҫ юл атты һынай, ауыр юл ирҙе һынай.
- Андыҙ барҙа—ат үлмәҫ.
- Арыған ат соҡор һанай, асыҡҡан ат ҡулыңды ялай, яратҡан ат күҙеңә ҡарай.
- Ас ҡалмаған аш ҡәҙерен белмәҫ, йәйәү йѳрѳмәгән ат ҡәҙерен белмәҫ.
- Асыуыңды ат итһәң, аҡылыңды теҙген ит.
- Ат алһаң—һынап ал, аҡса алһаң—һанап ал.
- Ат дағаһыҙ булмаҫ, батыр яраһыҙ булмаҫ.
- Ат тауҙа, егет яуҙа һынала.
- Ат яҡшы булһа, юл ҡыҫҡа була.