top of page

Башҡортостан  Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районы

Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Яуымбай филиалы

 

 

 

 

 

“Йәншишмәнең тере һыуы”

темаһына

 фәнни - тикшеренеү эше

 

 

 

Башҡарҙы:

Башҡортостан  Республикаһы

 Бөрйән районы муниципаль районы

Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

Яуымбай филиалы 7-се класс уҡыусыһы

Ҡарасурина Нурзилә Хәлит ҡыҙы

Ғилми етәксеһе:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Кинйәбулатова Фирүзә Фәрит ҡыҙы

 

Яуымбай – 2016 йыл

Йәншишмәнең тере һыуы.

    

       Инеш.

     Был тикшеренеү эше быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан “Урал батыр” эпосынан Йәншишмәнең серенә төшөнөүгә арналған. Хәҙерге көндә үҙ илебеҙҙә генә түгел, донъя кимәлендә киң билдәле “Урал батыр” эпосы – ата-бабаларҙан ҡалған ҡәҙерле мираҫ, аманат. “Урал батыр” эпосының, оҙаҡ йылдар өйрәнелеүенә, тикшереленеүенә ҡарамаҫтан, бөгөн дә серҙәре асылып бөтмәгән, ғалимдар, фольклорсылар иҫәпләүенсә, уны өйрәнгән һайын серҙәре арта төшкәндәй. Ер-һыу атамларының килеп сығышын, тарихын өйрәнеү һәр кемдең изге бурысы һанала. Беҙ, Урал батырҙың лайыҡлы вариҫтары булараҡ, үҙебеҙҙең Бөрйән ерендә барлыҡҡа килгән был эпостан Йәншишмә һыуы менән ныҡлы ҡыҙыҡһына башланыҡ.

Эштең әһәмиәте.

     Бөрйән ере – мөғжизәләр иле. Үҙенең ҡабатланмаҫ серле тәбиғәте менән республикала ғына түгел, Рәсәй, хатта донъя кимәлендә дан алған ер ул. Донъяла барлығы 3 ҙур мәмерйә иҫәпләнһә, шуларҙың береһе беҙҙең Бөрйән ерендә урынлашҡан. Быуаттар тарихын һаҡлаған ер-һыу атамаларын белмәһәк, легендаларын өйрәнмәһәк, халыҡ араһында таратмаһаҡ, был уны һанға һуҡмау, тарихи ҡомартҡыларҙы юҡҡа сығарыуға тиң булыр. Был ҙур сер һаҡлаған урындарға ҡыҙыҡҡан, хатта үҙләштерергә маташҡан кешеләр ҙә юҡ түгел. Бөрйән ере “Урал батыр” эпосының барлыҡҡа килгән урыны, ере булараҡ, уны өйрәнеү, тикшеренеү эштәре алып барыу ҙур әһәмиәткә эйә.

Тикшеренеү объекты:

          “Урал батыр” эпосында сағылдырылған һыу сығанаҡтары, объекттары.

Тикшеренеү предметы:

        Тарихи серҙәр һаҡлаусы эпостан Йәншишмә һыуы.

Эштең маҡсаты:

     Йәншишмә тураһында алған белемде киңәйтеү, шишмә-һыуҙарға иғтибарҙы арттырыу, уларҙы һаҡлау буйынса төрлө эштәр башҡарыу.

Бурыстар:

     Йәншишмәнең халыҡ тормошо өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын асыҡлау, халыҡ тарихы, йәшәйеше менән бәйле булыуын иҫбатлау.

 

 

Тикшеренеү алымдары:

     Тикшеренеү, өйрәнеү барышында “Урал батыр” эпосын ентекләп уҡып сыҡтыҡ, ололарҙан һорашып, мәғлүмәттәр тупланыҡ, эпос хаҡындағы  гәзит-журнал материалдары менән таныштыҡ.

Эштең төҙөлөшө (структураһы):

       1. Эпос йөкмәткеһе буйынса, Ҡоштар батшаһы Самрау менән Ҡояштың ҡыҙы Һомай әйтеп ҡалдырған Йәншишмәнең һыуын эҙләп, Урал менән Шүлгән юлға сығалар. Йәрәбә буйынса Урал һулға, Шүлгән уңға китергә тейеш булһа ла, ағаһының баш тартыуы арҡаһында, Урал уң яҡҡа – Ҡатил батша иленә китергә мәжбүр була. Урал Ҡатил батшаның үгеҙен, дүрт батырын еңгәс, уның үҙен дә алып ырғыта. Халыҡты тотҡонлоҡтан ҡотҡара, аҙаҡ Ҡәһҡәһәнең йылан батшалығын да ҡыйрата,Ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙҙарын тотҡонлоҡтан азат итә. Дейеүҙәр батшаһы Әзрәҡәне тар-мар иткәс, дейеүҙәр яғына күсеп, туфан һыуы ҡалҡытҡан Шүлгән ағаһы менән дә көрәшергә тура килә. Ҡыҙы Һомайҙы ҡотҡарғаны өсөн, Самрау Урал батырға Аҡбуҙат менән булат ҡылыс бүләк итә. Урал Аҡбуҙатҡа атланып, булат ҡылысын ҡулға алып, тағы күп дейеүҙәрҙе, аждаһаларҙы еңә, Урал буйҙарына, халыҡҡа иркенлек алып килә. Урал батырҙың маҡсаты – күҙгә күренмәҫ үлемде табып юҡ итеү. Уға ҡаршы тик бер сара бар, ти, ул, ҡайҙалыр Йәншишмә тигән һыу бар икән, шуны эскән кеше үлемгә бирешмәй, ти.

Йәншишмәнән һыу алып,

Үлгәндәрҙе терелтеү

Өсөн тыуған батырмын, - тип әйтә Урал батыр.

     Барлыҡ аждаһа, үлемгә сәбәпсе яуыздарҙы ҡырып бөткәс, шундай ҡарарға килә:   

Йәншишмәнең бар һыуын

Һоҫоп алып киләйек,

Бар кешегә бирәйек.

Күҙгә күренмәҫ үлемдән,

Килер ауырыу-сырхауҙан,

Ауыртыныу-һыҙланыуҙан

Кешеләрҙе ҡотҡарып,

Барыһыны шат ҡылып,

Мәңге үлмәҫ ҡылайыҡ.

     Әммә Йәншишмәгә етер юлда Урал үлә алмай ҡаңғырып йөрөгән, бәлтерәп бөткән бер ҡарт осрата. Был ҡарт Йәншишмәнең һыуын эсеп, шулай мәңге үлмәҫ йәнгә әйләнгән икән. Ул Уралға үҙендә һынап белгән заңды еткерә:

Донъяла мәңге ҡалам, тип,

Донъялай ғүмер һөрәм, тип,

Үлемгә буй бирмәҫкә,

Уны бер заң итмәҫкә

Йәншишмәнән эсмәгеҙ.

Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ.

     Мәңге тере йәшәү хыялы тәбиғәт законына ҡаршы килә, ә тәбиғәттән өҫтөн булып булмай. Ҡарт үлем һәм үлемһеҙлек тураһында төрлө уйланыуҙарын һөйләй. Кеше йәшәй һәм үлә, тереклек мәңгелек, ти ул. Кешенең үҙенән һуң яҡшылығы ҡала, ул – үлемһеҙ. Урал, Йәншишмәнең һыуын эсеп, ҡарт хәлендә ҡалырмын, тип уйлай һәм тереклек һыуын уртлап, бар тирә-йүнгә һибеп ебәрә.

Тау-урмандар йәшәрһен,

Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,

Ҡошо һайрап маҡтаһын

Халҡы йырлап хуплаһын.

Ил һөйөргә ил булып,

Ер һөйөргә бағ булып,

Дошман күҙен ҡыҙҙырып,

Балҡып торған ер булһын.

     Бынан һуң бар тирә-яҡ йәшәреп, матурланып китә, аҫыл ҡоштар һайрай, гөлдәр сәскә ата, емеш-еләктәр бешә, сылтырап шишмә аға...

      Был эпоста һыу төшөнсәһенә ҙур урын бирелгән: Йәншишмә, һыу аҫты батшалығы, Йылҡысыҡҡан күле, Ағиҙел, Яйыҡ, Һаҡмар, Нөгөш йылғаларының килеп сығышы, аҙаҡ – Шүлгәндең туфан һыуын ҡалҡытыуы.

2. Йәншишмә, Тереһыу, Үле һыу исемдәре менән аталған шишмәләр тураһында  халыҡ араһында мәғлүмәттәр таралған.

Бөрйән районында йәшәүсе оло быуын кешеләренән һорашып, Янһары(Яңы Собханғол) Һәм Иҫке Мөсәт ауылдары араһындағы иҫке ферма эргәһендә урынлашҡан икәнлеген асыҡланыҡ. Әлеге ваҡытта был шишмә ҡайһылыр эшҡыуар тарафынан кәртәләп алынған. Ололар фекеренсә, был һыуҙың составында көмөш күп икән. Ә көмөштөң төрлө сирҙәрҙән, ауырыу-һыҙланыуҙарҙан дауалау сифатына эйә икәнлеген күптәр беләлер.

     Ә Үле һыу хаҡында мәғлүмәттәр күберәк фараздарға ҡайтып ҡала. Берәүҙәр фекеренсә, был шишмә шул уҡ Янһары ауылы янында, икенселәр билдәләүенсә, Яңы Мөсәт һәм Ғәлиәкбәр ауылдары араһында урынлашҡан икән. Үле һыуҙың да файҙалы яҡтары күп икәнлеге хаҡында төрлө сығанаҡтарҙан уҡып белергә була.

     Йәншишимә – тереклек һыуы, тере һыу тип уйларға тулы нигеҙ бар. Урал батыр бар тирә-яҡҡа тереклек һыуын бөрккәс, бөтә донъя йәшеллеккә күмелә.

     Йәншишмәләй саф, шифалы шишмә һыуҙарын һаҡлайыҡ, дуҫтар!

Йомғаҡлау.

1.Тикшеренеүҙәр барышында алдыбыҙға алған  бурысыбыҙҙы тулыһынса үтәргә тырыштыҡ.
2. Йәншишмә тураһында  мәғлүмәттәр әкиәткә тартым булһа ла, иҫбатлауҙа  тарихи ваҡиғаларға бәйле  факттар нигеҙ итеп  алынды.
3. Өҫтәлмә материалдарҙы өйрәнеү өсөн райондан оло быуын кешеләренең һөйләүе бик мөһим сығанаҡтар булып торҙо.
4.Эшебеҙҙе йомғаҡлап, районыбыҙ өсөн мөһим әһәмиәткә эйә булған тарихын, бөгөнгөһөн белеү – барыбыҙ өсөн бик мөһим бурыс.
5. Был эпос әле лә тикшерелеү өҫтөндә. Уны ентекләп өйрәнеү халҡыбыҙ тарихын,  тәбиғәт ҡомартҡыларын өйрәнеүгә бик мөһим яңылыҡтар өҫтәйәсәк.

Ҡулланылған материал:

  1. “Урал батыр” эпосы. Өфө: Китап, 2008 й.

  2. Башҡорт әҙәбиәте, 9-сы класс өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2010 й.

  3. “Йәшлек” гәзитенән мәҡәләләр.

  4. Ололар фекере (Байназар ауылынан Ишбулатов Ғ.С., Ғәлиәкбәрҙән Мөхәмәтов В. һ.б. )

bottom of page