top of page

Тема: Исем ҡылым.

   Лексик тема: Тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлайыҡ!

   Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Кинйәбулатова Фирүзә Фәрит ҡыҙы.

Маҡсат: а) исем ҡылым тураһында төшөнсә биреү; б)  тыуған ер тәбиғәтен һаҡлау, тыуған тупраҡ хаҡында әңгәмә аша тыуған ергә, Тыуған илгә ихтирам, хөрмәт, һаҡсыл ҡараш тойғоһо тәрбиәләү;

в)  һөйләү телмәрен үҫтереү, тасуири уҡыу күнекмәһе булдырыу, текстан ҡылымдарҙы табыу.

Йыһазландырыу:  дәреслек,таблица.

 

Дәрес барышы.

1. Ойоштороу мәле.

Уҡытыусы тәүҙә үҙе менән таныштыра. Уҡыусылар менән танышыу.

Үҙебеҙҙе тәртипкә килтерҙек, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ, һәм дәресте башлайбыҙ.

Дәрестең девизы: Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә.

Йәғни һәр кем үҙе белгәнде дәрестә ҡуллана, ә белмәгәнде өйрәнә. Бөгөнгө дәрестә ҡатнашҡан өсөн, һәр кем баһаны үҙенә үҙе ҡуя. Иҫәп картаһы таратыла, уҡыусылар үҙҙәренә ғәҙел баһалар ҡуйып баралар.

2. Өйгә эште тикшереү.

Ҡылым тураһында үтелгән материал иҫкә төшөрөлә.

Уҡыусыларҙың табличкалар ярҙамында тест һорауҙарына яуап биреүҙәре. (1, 2, 3, 4, 5 һандары яҙылған табличканы тура килгән яуаптарға һайлап күтәрәләр, һәр дөрөҫ яуапҡа жетондар бирелә.)

-         Ҡылымдар ниндәй мәғәнә белдерәләр?

1. Предметтың атамаһын.              3. Предметтың иҫәбен.

2. Предметтың билдәһен.               4. Предметтың эшен.

-         Уҡыу, яҙыу, бейеү, килеү, һаҡлау – был ҡылымдар ниндәй төркөмгә ҡарай?

1. Исем ҡылым.                3. Сифат ҡылым.

2. Уртаҡ ҡылым.               4. Хәл ҡылым.

-         Уҡырға, яҙырға, килергә – был ҡылымдар ниндәй төркөмгә ҡарай?

1. Исем ҡылым.                3. Сифат ҡылым.

2. Уртаҡ ҡылым.               4. Хәл ҡылым.

-         Сифат ҡылымдар нимәне белдерә?

1. Предметтың атамаһын.              4. Эш-хәрәкәттең исемен.

2. Эш-хәрәкәттең билдәһен.         5. Предметтың эшен.

3. Предметтың билдәһен.

-         Хәл ҡылым ниндәй мәғәнә белдерә?

1. Предметтың билдәһен.          2. Эш-хәрәкәттең исемен.       

3. Эш-хәрәкәттең ваҡытын, сәбәбен, рәүешен.

  

3. Яңы материал.

     Дәфтәрҙәргә һәм таҡтаға число, көн исеме, тема яҙҙырыла, дәрес маҡсаты әйтелә.

     1. 203-сө күнегеү башҡарыла. Бер уҡыусының тексты тасуири уҡыуы.

- Текста нимә хаҡында һүҙ бара?

- Кем ул Ноғман Мусин?

Текстан исем ҡылымдарҙы табып, дәфтәрҙәргә яҙалар. Уларҙың мәғәнәләрен, яһалыу юлдарын, үҙгәрешен аңлатыу.

Һаҡлау, киҫеү, бысратыу, тотоу, һунар итеү, ултыртыу, күреү, туплау, етәкселек итеү, ҡоралландырыу, ҡатнашыу.

-         Ни өсөн беҙ уларҙы исем ҡылым тип атайбыҙ?

-         Сөнки улар исем һәм ҡылым һорауҙарына яуап бирәләр, эш-хәрәкәттең исемен, атамаһын белдерәләр.

- Яуап дөрөҫмө икән? Миҫалдар килтереү.

Ике уҡыусы таҡта янына саҡырыла. Бер уҡыусы исемгә һәм исем ҡылымға миҫал яҙа, икенсе  уҡыусы исем ҡылымға һәм ҡылымға миҫал яҙа. Урындағы уҡыусылар исем ҡылымдарҙың ниндәй ялғауҙар ярҙамында яһалыуын билдәләй. 1 уҡыусы яуап бирә,  ҡалғандарҙан яуаптың дөрөҫлөгөн һорау.       

-Исем ҡылымдар ниндәй ялғауҙар менән үҙгәрә?

- Исем, исем ҡылым булараҡ, һан, килеш, эйәлек заты менән, ҡылым, исем ҡылым, ҡылым булараҡ, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәрә.

2. Һығымта сығарыла. Исем һәм ҡылым билдәләренә эйә булғаны өсөн, был төркөмсә исем ҡылым тип атала. Ни эшләү? һорауына яуап була. Нигеҙгә -у/-ү, -ыу/-еү, -оу/-өү ялғауҙары ҡушылып яһала, юҡлыҡ формаһында –ма/-мә ялғауҙары ҡушыла. Миҫал: буя-у, йөрө-ү, бар-ыу, кил-еү, тор-оу, төш-өү

Һөйләмдәрҙе уҡыу. Исем ҡылымдарҙы табып ниндәй һөйләм киҫәге булып килеүен билдәләү:

Үҙ ғүмерендә ағас ултыртыу – һәр кемдең изге бурысы.

Ағасты йығыуға ҡарағанда, үҫтереү ауырыраҡ. Ергә ерегеү – шәжәрәнең нығыуы. (һөйләмдәр дәфтәргә күсерелә)

Һығымта сығарыла.

Исем ҡылым һөйләмдә баш һәм эйәрсән киҫәк булып килә.

3. 2 уҡыусы таҡта янына сыға. Кил, һаҡла ҡылымдарынан исем ҡылым яһарға, һанда, барлыҡта һәм юҡлыҡта эйәлек заты менән үҙгәртеү.

Ҡалған уҡыусылар урында бейеү, китмәү  һүҙҙәрен килештә үҙгәртә. Исем ҡылымды эйәлек затына ҡуйып килештә үҙгәртеп буламы?

Миҫал. Күплек һанын ҡушып үҙгәртеп ҡарағыҙ.

-         Уҡыусылар, ә беҙҙең урмандарҙа ниндәй йәнлектәр йәшәй?

-         Һәр йәнлекте беҙ ниндәй хәрәкәтенә ҡарап билдәләйбеҙ?

-         Ә хәҙер беҙ үҙебеҙҙе ошо йәнлектәр итеп хис итәйек.

 

               ***Ял минуты үткәрелә***

 

Тейен сәпәкәй итә,

Ҡуян иҙәнде тибә,

Ә айыу, тайыш табан,

Башын ғына һелкетә.

Ҡуян йүгереп китә,

Башын ул да һелкетә,

Яҡ-яғына ҡаранып,

Шыршы аҫтына боҫа.

 

- Уҡыусылар, ә һеҙ Бөрйән районының ниндәй билдәле урындарын – тәбиғәт мөғжизәләрен беләһегеҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары).

4.  Слайдтар күрһәтелә. (Бөрйән тәбиғәте) Китаптар күргәҙмәһе.

Бөрйән тәбиғәте иҫ киткес! Бында һәр нәмә тәбиғи. Яҡташыбыҙ Мәҙинә Йәғәфәрова әйтмешләй:

Бөрйәнемде моңдар иле, тиҙәр,

Был исеме күптән танылған.

Бында һәр бер үлән, һәр бер ағас

Моң сығара барып ҡағылһаң.

Йәнһеҙ таштар йырлай бында,

Сал ҡаялар һуҙа йырҙарын.

Үҙҙәре бер моң сығара икән

Яландарым, урман-ҡырҙарым.

- Ошо гүзәл ерҙә тыуып, уның саф һауаһын һулап, сәхрәләй матур ерҙә, бәрхәт үләндәрҙә тәгәрәп уйнап үҫкәнбеҙ. Ә уның тәбиғәтен һаҡлау өсөн, беҙ ниндәй саралар күрәбеҙ? Ошо хаҡта исем ҡылымдарҙы ҡулланып, беренсе вариант уҡыусылары кескәй генә инша яҙалар, икенсе вариантта ултырғандар тыуған ер, уны һаҡлау, ҡурсалау тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөп яҙалар. Мәҡәлдәр әйтелә, 1-2 уҡыусы иншаларын уҡый.

5. Йомғаҡлау.

- Исем ҡылым нимәне  белдерә?

1) Эштең, хәрәкәттең, хәлдең исемен;

2) Эште, хәрәкәтте, хәлде;

3) Эштең, хәрәкәттең, хәлдең билдәһен.

Исем ҡылым ниндәй ялғауҙар ярҙамында яһала?

1) күплек ялғауҙары;

2) –ма/-мә ялғауҙары;

3) -у/-ү, -ыу/-еү, оу/өү ялғауҙары.

- Исем ҡылымдар нимәләр менән үҙгәрә?

1) заман, зат, килеш, һан;

2) һан, эйәлек заты, килеш, барлыҡ-юҡлыҡ;

3) зат, заман, һөйкәлештәр.

- Исем ҡылым һөйләмдең ниндәй киҫәге булып киләләр?

1) эйә менән хәбәр;

2) эйәрсән киҫәктәр;

3) зат, заман, һөйкәлештәр.

Баһалау. 11 яуаптан юғары балл “5”, түбән булһа “4”. Бөгөнгө дәресебеҙ асыҡ булды, шунлыҡтан белемле лә, ҡыйыу ҙа уҡыусыларыбыҙ тик ыңғай баһалар менән бүләкләнә.

6. Өйгә эш: Тыуған яҡ тураһында инша яҙырға. 

bottom of page