top of page

Башҡортостан Республикаһы

Бөрйән районы муниципаль районы Байназар ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының Яуымбай филиалы

 

 

“Ватаным буйлап” конкурсы,

“Тәбиғәт ҡомартҡылары” номинацияһы

 

 

 

Тәбиғәт ҡомартҡылары.

 

Башҡарҙы: Кинйәбулатов Арслан Илдус улы,

7-се класс уҡыусыһы

Етәксеһе: Кинйәбулатова Фирүзә Фәрит ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 

  Маҡсат: ауылдың тәбиғәт ҡомартҡыларын өйрәнеү; тыуған яғыбыҙға ҡарата иғтибарлы булырға, уны тағы ла тәрәнерәк өйрәнергә, һаҡларға, ҡәҙерләргә, яҡларға саҡырыу; киләсәктә туризм ды үҫтереүҙә тыуған яҡтың әһәмиәтен асыҡлау.

 

     Бурыстар: тәбиғәт ҡомартҡыларын өйрәнеү;

башҡа уҡыусылар менән берлектә тәбиғәткә ярҙам итеү;

тыуған яҡ тәбиғәтен ныҡлы өйрәнеү; уның әһәмиәтен асыҡлау.

Яуымбай ауылы

     Яуымбай ауылы Бөрйән районының ғәжәп матур төбәгендә урынлашҡан. Ауылымды тирә-яҡлап бейек тауҙар уратып алған. Бөрйән районына ситтән килгән кешеләр ауылымды күрмәй китмәй, сөнки бында Шүлгәнташ мәмерйәһенән ҡала үҙенсәлекле Ташөй мәмерйәһе урынлашҡан. Унан тыш тәбиғәт ҡомартҡыһы һаналырлыҡ түбәһе күккә ашҡан тауҙар, мәғрүр ҡаялар, мул һыулы йылғалар ҙа бар. Тәбиғәте бик бай: урмандарҙа ҡарағай, ҡарағас, ҡайын, уҫаҡ, саған, муйыл һәм башҡа ағастар үҫә. Йәйҙәрен еләк-емеш ҡотороп уңа: ҡайын, шартый еләктәре, көртмәле, бөрлөгән түшәлеп ята. Көҙ айҙарында бәшмәктең ниндәй генә төрҙәре булмай! Урманда төрлө йәнлектәр күп булһа, Ҡайнөй йылғаһында ҡиммәтле бағыр балығы бар, тиҙәр.

    

Яуымбай ауылы тарихы

    XVIII быуат уртаһында Әбделмәмбәт ауылы кешеһе Яуымбай Ҡушъетәров был ауылға нигеҙ һалған. Уның улы Шаһивәли, ҡустылары Үҙәнбай, Мөхәмәтәмин 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашалар. 1859 йылда бында 27 йортта 160 кеше йәшәгән. 1920 йылда 72 йортта 345 кеше йәшәгән.

     Билдәле булыуынса, Яуымбай ҡарт бик бай булған. Өйөр-өйөр йылҡыларын ул яланға йыйып иҫәпләр булған. Ялан тулһа, малдар теүәл, ә тулмаһа малына бер-бер хәл булған. Ҡыш көнө улар тибендә йөрөгән.

      Хәҙер ауыл үҫкән, ҙурайған. Йәштәр ата-бабалар төйәген ташлап китмәй, матур-матур өйҙәр һалып, ауылда ҡалалар. Ауылым ҡото булырҙай уңған йәш ғаиләләр ҙә күп: Хәлил һәм Зөбәржәт Ҡарасуриндар, Наил һәм Лилиә Ғәбделхаевтар, Фәһим һәм Альбина Хәйбуллиндар, Зәлиә һәм Хәлит Ҡарасуриндар, Ирғәле һәм Шәриповтар һәм тағы күп ғаиләләрҙе улар иҫәбенә индерергә була. Үҙ эшен асып, башҡаларҙы ла эш менән тәьмин иткән эшҡыуарҙарыбыҙ ҙа етәһе: ағалы-ҡустылы Фирғәт һәм Фәһим Хәйбуллиндар, Кәшәф һәм Ирәмән Шәриповтар, Насырйән Мырҙағолов, Хәлит Ҡарасурин, Фирҙәүес Йәғәфәровалар. Фәһим Хәйбуллин башҡорттарҙың боронғо кәсебен тергеҙеү эшенә лә тотонған: күпләп йылҡы малы үрсетеп, ҡымыҙ етештереүҙе яйға һалған.

Ҡайнөй йылғаһы

     Элекке осорҙа йәшәгән Яуымбай ҡарт үҙенә өй һалырға булған. Өй нигеҙен ул ҡайындан һалырға уйлаған. Нигеҙ урынын ҡаҙа башлағас, был урындан урғылып һыу сыға башлаған. Һәм үҙенә юл алып, йылға булып ағып киткән. Яуымбай ҡарт был урынға өйөн һалмаған. Йылға Ҡайнөй йылғаһы тип атала башлаған. Йығаһында элек балыҡ күпләп булған, хатта ҡиммәтле бағыр балығы ла бар, тиҙәр. Ҡайнөй йылғаһы ауылдан сығып, Бешәке йылғаһына ҡоя.

Аҡбейек

     Яуымбай ауылын тирә-яҡлап күп тауҙар уратып алған: Олотау, Шәрифә тауы, Сусаҡтау, Ҡыҙылташ, Өкө ҡаяһы, Бурама тауы, Аҡбейек. Шул тауҙар араһында иң бейек ғорур тау ул – Аҡбейек. Был тау исеменең килеп сығышы ике төрлө .

     Берәүҙәр әйтеүенсә, ул тау алыҫтан бик бейек булып ағарып күренеп торғас, уны Аҡбейек тип исемләгәндәр.

     Икенселәр әйтеүенсә, бер ҡарт ике улын алып, урманға сығып киткән. Алдарында ҙур тау торған. Был тауға улдары йүгереп кенә менеп киткәндәр. Ҡарт менә торғас, артта тороп ҡалған. Ул бик арыған һәм кәпәсен сисеп, бер ташҡа ултырған да: “Ах, бейек”, - тип әйткән, имеш. Шунан был тауҙы  Аҡбейек тип йөрөтә башлағандар.

Аҡбейектә еләк-емеш ҡотороноп уңа, төрлө ағастар үҫә, йәнлектәр ҙә бик күп.

 

 

Олотау

     Ауылға килеп ингән ерҙә әллә ҡайҙан бейек тау күренә. Халыҡ уны ололап, Олотау тигән исем биргән. Исеме есеменә тап килеп торған тау бите яланғас, түбәһендә генә ағастар үҫә. Яҙ көнө тау битләүе йәшел үлән менән ҡаплана. Ауылыбыҙға йәм биреп торған тау битләүенә менеп етеүе, ай-һай, күп көс талап итә. Йәй көндәре ауыл малдары тау битләүендә үҫкән һутлы үләнде ашап туйына. Алдағы йыл уҡыусылар мәктәп уҡытыусылары менән берлектә был тау битләүенә, Бөйөк Еңеүҙең68 йыллығын билдәләп, таштан яҙыу ҙа яҙҙыҡ.

 

Шәрифә тауы

     Борон бер Шәрифә исемле ҡыҙ булған. Уны ҡарт бабайға кейәүгә бирергә булғандар. Ҡыҙҙың яратҡан егете була, һәм бабайға һис күңеле ятмаған. Ул тауға ҡасҡан, шунда йәшеренеп кенә йәшәй башлаған. Әсәһе уға аҙыҡ алып килеп йөрөгән.

     Аҙаҡ был тауҙы Шәрифә тауы тип атағандар.

     Икенсе вариант буйынса, был ҡыҙ ошо тауҙан ырғый һәм үҙен һәләк итә.

 

Ҡыҙылташ

     Элек, граждандар һуғышы осоронда, ҡыҙылдар яғынан бер яралы кеше ҡасып. бер тауға барып ята. Яраһынан аҡҡан ҡан ташҡа һеңә һәм ул ҡыҙыл төҫкә инә.

     Шунан бирле был тауҙы Ҡыҙылташ тип йөрөтәләр.

     Икенсе вариант буйынса, шул осорҙа ҡыҙылдарҙың ҡулында аҡтарҙың ике һалдаты торған. Бер мәл аҡтар ҡыҙылдарҙан ҡасҡан. Аҙаҡ уларҙы ҡыҙылдар күреп ҡалғандар һәм баҫтыра башлағандар. Аҡтар был мәлдә был тауҙа бер таш артында йәшеренеп тәмәке тартып ятҡандар. Был ике һалдатты табып атып ебәргәндәр. Шул ташҡа ҡып-ҡыҙыл булып уларҙың ҡандары аҡҡан.       Аҙаҡ был тауҙы Ҡыҙылташ тип  йөрөтә ашлағандар.

 

Өкө ҡаяһы

      Борон бер өкө таш-ҡая араһында йәшәгән, ти. Ул  таш-ҡая араһынан төрлө ҡорттарҙы ашар булған.

     Бер ваҡыт һунарсы һунарға сыҡҡан. Ул, оҙаҡ ҡына йөрөй торғас, бер мышы атып алған һәм ҡайтыр юлға сыҡҡан. Тағы берәй нәмә осрамаҫмы тип килә торғас, өкөгә тап була. Өкө таш-ҡая араһына инеп китә.

     Ҡарт был хәлде ауылдаштарына һөйләп бирә. Ауыл кешеләре был урынды Өкө ҡаяһы тип  йөрөтә башлайҙар.

 

Бабай үлеге

      Яуымбай менән Байназар ауылы араһындағы һөрөнтө ер өҫтөндә бер ҡәберлек бар. Был ҡәберлекте икенсе төрлө Әүлиә зыяряты тип йөрөтәләр. Ҡайһы бер яңғыҙ ҡәберлектәр емерелеп, мал тапандыһына әйләнеп, юҡҡа сығалар. Ә был зыярат, һөрөнтө ер өҫтөндә булыуына ҡарамаҫтан, матур итеп кәртәләп алынған һәм ағас та ултыртылған, ҡәбер таштары әле лә һәйбәт һаҡланған.  Был ҡәбергә Ҡарасура исемле мулланы ерләгәндәр.

     Элек ике ауыл кешеләре дошманлашып йәшәгән. Ҡарасура ҡарт уларҙы яраштырырға теләгән. Ул үҙе: “Мин үлһәм, ике ауыл араһына ерләрһегеҙ. Ошо ике ауылдан килгән аҙан тауышын тыңлап ятырмын”, - тип әйтеп ҡалдырған.

     Әлеге ваҡытта ул ҡәберлек янынан үткәндә, оло инәй-бабайҙар доға ҡылып, хәйер һалып үтәләр.

 

Ташөй мәмерйәһе

     Ташөй мәмерйәһе, Шүлгәнташ мәмерйәһенән ҡала, үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Яуымбай ауылын сығып, бер аҙ барғас, ташлы-ҡаялы урында урынлашҡан. Был тирәнең тәбиғәте бик матур. Бер яҡтан таш-ҡаялар урынлашһа, ҡаршы яғынан ҡайын ағас-тары үҫкән тигеҙ яландар китә. Эргәлә генә Ҡайнөй йылғаһы аға. Мәмерйә ауыҙы ҙур ғына. Ингәс тә тура һәм һул яҡҡа киткән юл бар. Һул яҡҡа оҙаҡ барып булмай, ә тура юл оҙон ғына. Бара торғас, юл тарая, шыуышып ҡына үтерлек була. Бер ни тиклем ара үткәс, ул ҡабаттан киңәйә. Төптәрәк йылғаһы ла бар. Ташөй мәмерйәһе унан 3 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Сыңғырауыҡ соҡоро менән тоташҡан, тиҙәр. Ололар һөйләүе буйынса, элек Сыңғырауыҡ соҡорона бер көсөктө төшөрөп ебәргәндәр. Өс көн үткәс, теге көсөк Ташөй мәмер-йәһенән килеп сыға. Оҙаҡ ҡараңғылыҡта булғанлыҡтан, уның ике күҙе атылып сыға, үҙе лә шунда йән бирә.

      Был үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы булып торған урынды сит-тән килгән кешеләр иҫтәре китеп ҡарайҙар. Ысынлап та мөғжизәле тәбиғәт мөйөшө бит был урын. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы үҙҙәренә килгән ҡунаҡтарға  был урынды ла күрһәтмәй ҡалмай. Ауылыбыҙҙың йәме, ҡото ул Ташөй мәмерйәһе!

Киләсәктә туризмды үҫтереү мәсьәләһе торғанда, ошо урынды ла күҙ уңынан ысҡындырмай, бынамын тигән ял итеү урыны ойошторор

 

      Мин тыуған яғым менән хаҡлы рәүештә ғорурланам. Ауылымдың тәбиғәт ҡомартҡылары, һис шикһеҙ, ҙур иғтибарға лайыҡ. Бындай гүзәл урындар тәбиғәттә күп түгел. Киләсәктә тәбиғәтебеҙгә иғтибарҙы тағы ла нығыраҡ арттырайыҡ. Мәҫәлән, Ташөй мәмерйәһенең эргә-тирәһен кәртәләп, исемен яҙып ҡуйыу, эргәһендә матур ял итеү урынын булдырыу кеүек изге бурыстар ҙа алдыбыҙҙа тора. Гүзәл тәбиғәт ҡомартҡыларын бергәләп ҡәҙерләйек, дуҫтар!

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.  Әсфәндиәров Ә.З. История сел и деревень Башкирской АССР. – Уфа: Башк. кн. изд.-во, 1990. – 208 с.

3. Ауылдағы оло кешеләрҙән яҙып алынған материалдар ҡулланылды.

bottom of page