top of page

“АМАНАТҠА ТОҒРОЛОҠ”.

Яҡташ яҙыусылар ижадына арналған кластан тыш уҡыу дәресе.

(Мөнир Ишбулатов ижады буйынса)

Кинйәбулатова Фирүзә Фәрит ҡыҙы,

Бөрйән районы  Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Яуымбай филиалының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Маҡсат. Уҡыусыларҙы мәшһүр шағир һәм яҙыусының тормош юлы, ижады менән танышыу; 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы килтергән фажиғә, ауырлыҡтар хаҡында әңгәмә аша уҡыусылар күңелендә Тыуған илгә ҡарата һөйөү, тоғролоҡ тәрбиәләү, мөхәббәттең һуғыш килтергән ҡайғы-юғалтыуҙарҙы еңеләйтергә ярҙам итеүе хаҡында әңгәмәләшеү; телмәр үҫтереү – шиғыр, хикәйә ижад итеү.

Күргәҙмә материал: мультимедиа проекторы, компьютер, презентация, китаптар күргәҙмәһе,  гармун.

Дәрес барышы.

  1. Инеш. Дәрес эпиграфына иғтибар йүнәлтелә.

    Меңәр йылдар төпкөлөндә

    Халҡым тамыры минең.

    Ошо тамырҙан һут ала

    Башҡортостаным – илем.

    Ҡалҡан булыр беҙгә һәр саҡ

    Уралтауҙың ҡоросо.

    Илен һаҡлау, халҡын яҡлау

    Һәр башҡорттоң бурысы.

    - Был шиғыр юлдары аша автор нимә әйтергә теләгән?

    - Халҡыбыҙ тамыры быуаттарға барып тоташҡан. Тарихты онотмау, илде һаҡлау – һәр беребеҙҙең изге бурысы.

    - Уҡыусылар, был шиғырҙы ҡайһы яҡташыбыҙ ижад иткән? Дәрестә кемдең ижады менән танышасаҡбыҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары.)

         - Яҡташ яҙыусы Мөнир Ишбулатов ижады менән.

         - Ә һеҙ уның тормошо һәм ижады тураһында ниҙәр беләһегеҙ? (Уҡыусылар уның тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләйҙәр. Слайдтар күрһәтелә бара.)

         - Мөнир Ишбулатов – абруйлы уҡытыусы, мәшһүр шағир һәм талантлы яҙыусы. Ул 1935 йылдың 19 ғинуарында Байназар ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Байназар мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Белорет районының мәғариф бүлегендә инспектор, аҙаҡ Бөрйән районы мәктәптәрендә директор вазифаһын башҡара. Ырғыҙлы ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Хеҙмәт юлын Мәләүез мәғариф бүлегендә методист булып тамамлай.

        - Мөнир Сибәғәт улы биш китап авторы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы ағзаһы. Ижады республика кимәлендә күп Почет грамоталары менән баһаланған, Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты. “Йылым – ун ике айым” (2 тапҡыр баҫыла), “Мөхәббәткә хөкөм юҡ”, “Әрүахтар ғәҙеллек юллай”, “Изге бурыс” исемле китаптары донъя күрә. Күп йырҙар авторы. Муса Смаҡов көй яҙған был йырҙарҙы мәшһүр йырсы Ғәзим Ильясов яратып башҡара. Ғаиләһендә ҡатыны Роза менән 3 ул тәрбиәләп үҫтерә. (“Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ” йырын тыңлау.)   

          - Уның хаҡында “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Күсмәева һәм билдәле шағирә, яҡташыбыҙ Таңһылыу Ҡарамышева фекерҙәрен тыңлап үтәйек:

      “Мөнир Ишбулатов шағир ҙа, прозаик та ине.“Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе эшендә даими ҡатнашты.Уның әҫәрҙәрендә тыуған ергә, Ватанға һөйөү ярылып ята, Башҡортостаныбыҙ йәшәһен өсөн, шағир һүҙе менән көрәште. Бигерәк тә “Минең ораным” поэмаһы иғтибарға лайыҡ. Тормошто яҡшы белгән кеше булараҡ, үҙ күҙәтеүҙәрен, күргән-белгәндәрен әҫәрҙәренә нигеҙ итеп алды.” (Мәрйәм Күсмәева, берекмә етәксеһе.) 3-сө слайд.

     “Яҙмышыма йүнәлеш биреүсе шәхес – Мөнир ағай Ишбулатов. Беҙ 9-сы синыфта саҡта уҡытырға килде ул. Башҡорт әҙәбиәте түңәрәге ойоштороп ебәрҙе. Киләһе ултырышҡа Юнир Салауатов юмореска яҙҙы, мин бер дәфтәр шиғыр яҙып килтерҙем. Ул саҡта электр уты юҡ, шәм яҡтыһында ижад итәһең. Мөнир ағай ҡушҡас, мәктәптән йүгереп ҡайттым да, ситтәре сигеүле япма менән көпләнгән карауат аҫтына инеп ултырып, бер тынала бер дәфтәр шиғыр яҙып ташланым. Салауат Юлаев хаҡында ине улар. Әсәйемә уҡыттым. Улай шиғыр буламы, тине ул. Мөнир ағай, шиғырҙарыма ыңғай баһа биреп, мәктәптең стена гәзитендә ”Салауат йәшәй” тигәне баҫылып сыҡты”. (Таңһылыу Ҡарамышева, шағирә.) 4-се слайд.

     - Уҡыусылар, һәр йыл, муйылдар күкрәп сәскә атҡан саҡта, илебеҙ тарихы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған ниндәй саралар үткәрелә?

     - Илебеҙҙе ҡан илатҡан, егерме миллиондан артыҡ ҡорбан килтергән ҡәһәрле һуғышта фашистик Германияны еңеүгә арналған байрам саралары.

     Уҡытыусы. Эйе, биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы, ватылған-емерелгән яҙмыш, ѳҙѳлгән ғүмер, яралы мѳхәббәт, йәтимлек, аслыҡ-яланғаслыҡ сағыла. Бөгөн беҙ Мөнир Ишбулатовтың Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙы сағылдырған, мөғжизәгә тиң яҙмышҡа, ғүмерлек мөхәббәткә арналған “Гармун тауышы” тигән хикәйәһе менән танышасаҡбыҙ. Был хикәйә 2010 йылда районыбыҙҙың “Таң” гәзитендә донъя күрҙе.

2. Төп өлөш. Уҡытыусы. Мөнир Ишбулатов был әҫәрҙе үҙе әйтмешләй, милләтебеҙ тиҫбеһенә алты ул теҙгән, Ватаныбыҙға алты һалдат биргән ағаһы һәм еңгәһенә бағышлай. Уҡыусылар, һеҙ “Гармун тауышы” хикәйәһен өйҙә уҡып сыҡтығыҙ. Әҫәргә ҡарата фекерҙәрегеҙҙе әйтеп үтегеҙ. (Яуаптар)

-  Хикәйәлә ҡайһы осор һүрәтләнгән? Ваҡиғалар ҡайҙа бара?

- Әҫәрҙә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдар, Бөрйән районы Байназар  ауылы ерлегенә бәйле урындар һүрәтләнә.

- Ниндәй ваҡиғалар хаҡында һүҙ бара? Төп образдар кемдәр?

- Сит райондан килгән Зәйтүнгөл исемле ҡыҙ Байназар ауылындағы балалар йортона тәрбиәсе итеп эшкә ебәрелә. Ауылға килеп төшкәс, иң беренсе осратҡан кешеһе Лотфой исемле егет була. Ул мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Улар тәүҙә шаяртышып ҡына һөйләшеп, танышып китһәләр, аҙаҡ айырылмаҫ дуҫтарға әйләнәләр. Лотфой Зәйтүнгөлдө үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра. Зәйтүнгөл уларға барғас, атаһының гармунын осрата, тик уның нисек бында килеп сыҡҡанын аңлай алмай. Лотфойҙың әсәһе Гөләйшә инәйҙе аптыратып, бала сағында был гармунға ҡушылып илауы хаҡында әйтеп һала. Уның атаһы Ғәфәр һуғышҡа киткән саҡта  гармунды үҙе менән алған була. Ҡайтырға тип ғаиләһенә вәғәҙә бирһә лә, атаһы һуғыштан ҡайта алмай, яу ҡырында ятып ҡала. Зәйтүнгөл атаһының гармунын күреүе хаҡында әсәһенә хат яҙып һала. Лотфойға ла был ҡыҙ тәү осратҡанда уҡ, нисектер, таныш тойола, дөрөҫөрәге, ул ҡыҙға тәү күреүҙән ғашиҡ була. Үҙенең: “Ҡайҙа күрҙем һуң?” – тигән һорауына яуап таба алмағас, һуғышта контузия алыуым ҡамасаулай, шуға иҫкә төшмәй тора, тип уйлай ул. Шулай ҙа тырыша торғас, иҫенә төшөрә. Гармунын алып Зәйтүнгөл эргәһенә бара, уны аптыратып: “Таптым, таптым һине!” – тип әйтеп һала. Зәйтүнгөл егеттең үҙен яратып йөрөүе хаҡында һиҙенһә лә, һүҙҙе шаяртыуға бора, уның нимә хаҡында һөйләүен аңламай. Баҡтиһәң, егет ҡыҙҙың атаһы менән бер фронтта ҡатнашҡан, Курск янындағы хәл иткес һуғыштар барғанда Зәйтүнгөлдөң атаһы Ғәфәр ағай менән бергә булған. Снаряд ярсығы Ғәфәр ағайға эләгеп, ул үлемесле яраланғас, көс-хәл менән үҙе яҡын күргән егеткә һуңғы һүҙҙәрен әйтә, ҡыҙы Зәйтүнгөлдө эҙләп табырға ҡушып,  үҙенең гармунын бирә. Тик егет уның ҡайһы яҡтан икәнлеген һорашып та өлгөрмәй, Ғәфәр ағай йән бирә. Һалдат егет, уның аманатын нисек үтәргә, ҡыҙҙы нисек табырға, тип аптырана. Яҙмыш егет менән ҡыҙҙы үҙе осраштыра – әйтеп тә аңлатып бөтөрә алмаҫлыҡ мөғжизәгә тиң була был ваҡиға. Лотфой үҙенең мөхәббәтен таба, ҡыҙҙы башҡаса мәңге юғалтмаясағы, яҙмышын ғүмергә уның менән бәйләйәсәге хаҡында әйтә. Ысынлап та, һәр кемде яҙмышы йөрөтә, тигәндәре хаҡтыр.

     - Был яҡтарҙы күргәс, Зәйтүнгөлдөң тәүге күңел кисерештәре нисек була?

     - Иң тәүге уйҙары тауҙарға бәйле була. Машинала килгәндә ялан яғы ҡыҙы бейек тауҙан осоп төшөрбөҙ, хатта тере ҡалмаҫмын, тип бик ҡурҡа. Аҙаҡ бейек тауҙарға ла, ауыл кешеләренә лә бик тиҙ өйрәнә, кешеләрҙең үҙен хөрмәтләп тороуынан күңеле ирей. Бында ул тәүге һәм берҙән-бер мөхәббәтен дә осрата.

-Һуғыш хикәйә геройҙарына ниндәй юғалтыуҙар килтергән?

- Лотфой был һуғышта ҡаты контузия ала, уң ҡулы ҡаты яралана. Ә Зәйтүнгөлдөң һөйөклө атаһы мәңгелеккә яу ҡырында ятып ҡала.

Уҡытыусы. Эйе, һуғыш күптәргә юғалтыуҙар алып килә. Бындай ауырлыҡтарҙы һәр ғаилә тиерлек үҙ иңендә татый. Иң күтәрмәҫ ауырлыҡ, барлыҡ хәстәр, аслыҡ-яланғаслыҡ тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоролар һәм балалар иңенә төшә. Ә һуғыш арҡаһында аслыҡтан үлгәндәр, тыумай ҡалғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар күпме? Һуғыштан һуң Бөрйән районында ғына өс балалар йорто асыла, уларҙың икеһе Байназар ауылында урынлашҡан.

        - Зәйтүнгөл егеттең тәҡдимен нисек ҡабул итә?

       - Ул да егетте тәү күреүҙән оҡшата. Бигерәк тә атаһының һуңғы минуттары, уның үтенесе хаҡында ишеткәс, егетте яҙмыш мөхәббәте тип ҡабул итә. Быға тиклем егеттең һүҙҙәрен тик шаяртыуға бороп килгән булһа, хәҙер инде, уның яҙған шиғырҙарын, гармунда уйнауын тыңларға әҙер булыуы уның яҙмышына ризалығы булып хикәйәлә сағылыш таба.

- Лотфой образына ниндәй ҡылыҡһырлама бирерһегеҙ? Ғәфәр ағайҙың аманаты үтәләме?

- Лотфой ҡыйыу, үҙ-үҙенә ныҡлы ышанған егет. Белемле, ауылдаштары ниндәй генә ауыр хәлдә ҡалһа ла, уға мөрәжәғәт итә. Ғәфәр ағайҙың аманатын теүәл үтәй. Зәйтүнгөлдө табып, уға гармунды тапшыра. Аманатҡа, һөйөүенә тоғро. Зәйтүнгөл менән бергә Ғәфәр ағайҙың ҡәберенә барып, ризалыҡ һорарға тигән тәҡдиме уның төплө уйлап эш итеүе, ололарға хөрмәте тураһында һөйләй.

       3. Йомғаҡлау. Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, тормошта ла ошондай хәлдәрҙең, яҙмыштарҙың осрауы мөмкинме икән? (Яуаптар)

       Уҡытыусы. Был хикәйәнең нигеҙендә  ысынбарлыҡта булған ваҡиғалар теҙеме ята. Унда һеҙҙең уҡытыусығыҙҙың, йәғни минең яҡын кешеләрем, олатайым менән өләсәйем тураһында яҙылған. Хикәйә баҫылып сыҡҡанда олатайым беҙҙең арала булмаһа ла, өләсәйем тере ине әле. Был тарихты бөтөнләй ишетеп белмәгәс, өләсәйемдән: “Ысынлап та шулай булдымы?” – тип һораным. Өләсәйем бер аҙ йылмая биреп, башын ҡаҡты. Шул саҡ бәләкәй генә сағымдан иҫемдә ҡалған бер ваҡиға хәтеремә төштө: ике туған һеңлем менән өләсәйҙәрҙә уйнап йөрөй инек. Олатайҙың һуғышта ҡатнашыуы хаҡында ишетеп белгәнбеҙҙер инде, нисектер: “Олатай, һуғыш тураһында һөйлә әле”, - тип балаларса һорау ҡуйҙыҡ. Олатай беҙгә бер генә уфтанып ҡараны ла: “Эй, балалар, һеҙ бәләкәйһегеҙ шул, нимә аңлайһығыҙ инде?” – тип яуап ҡайтарҙы. Шунан аҙаҡ беҙ был турала һүҙ ҡуҙғатманыҡ, балалыҡ менән иғтибар итмәгәнбеҙҙер инде. Һуғыш тураһында ул бер ваҡытта ла һөйләргә яратманы. Районыбыҙҙың  “Таң” гәзитендә баҫылып сыҡҡан Сәлихйән Дәүләтбирҙин яҙмаларынан, ысынлап та, олатайҙың Курск дуғаһындағы хәл иткес һуғышта ҡатнашыуы, ҡаты яраланыуы хаҡында белдем. Күрһәткән батырлыҡтары  “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән баһалана. Өләсәй менән олатай маҡтаулы тормош юлы үттеләр. Береһе – уҡытыусы, икенсеһе  тәрбиәсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтылар. Алты ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

    Хикәйәләге образдарҙың исемдәре дөрөҫлөккә яҡын итеп алынған: Лотфой – Лотфулла, Зәйтүнгөл – Зәйтүнә, Гөләйшә – Ғәйшә, Мәғәфиә – Мәғәфүрә, Ғәфәр – Йәғәфәр һ.б. Лотфулла Ишбулатов Бөрйән районы Байназар ауылынан булһа, Зәйтүнә өләсәйем Ауырғазы районы Ишле ауылынан.

    Ысынлап та, өләсәй менән олатайҙың өйҙәрендә гармун була торғайны. Хәҙер  шул гармун булдымы икән, тигән һорау ҙа күңелгә килә. Нисек кенә булмаһын, уларҙың оло улдары, йәғни атайымдың, шулай уҡ Фәтих ағайҙың һыҙҙырып баянда ла, гармунда ла уйнауын тыңлаһаң, йылдар арауығы аша ҡарт олатай уйнаған гармун тауышы ауаз булып ишетелә төҫлө.

     (Уҡыусылар өсөн атайым башҡарыуында гармун көйҙәре тәҡдим ителә.) 

     Уҡыусылар! Еңеү көнө – ул бөгөнгө йәш быуын өсөн Хәтер көнө. Нисек кенә атаһаҡ та, был көн һуғыш менән бәйләнгән. Әйҙәгеҙ, бер минутҡа тын ҡалайыҡ. Һуғышта ятып ҡалған олатай-бабайҙарыбыҙҙың исемдәрен әйтеп, уларҙың рухтарына тыныслыҡ теләйек.

Уҡытыусы. Мөғжизәгә тиң ваҡиғаны ташҡа нығытыусы Мөнир Сибәғәт улы Ишбулатовҡа оло рәхмәтлебеҙ. Тәрән ихтирам менән уның яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ. Һәр беребеҙҙең туғандары араһында ошо ваҡиғаға оҡшаш хәлдәр булғандыр. Алдағы дәрестәрҙә яҙыусының шиғырҙары, уймаҡ хикәйәләре, повесы менән дә танышырбыҙ.

4. Өйгә эш. Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡтар күрһәткән олатайҙар тураһында шиғыр-хикәйәләр ижад итергә, һүрәт төшөрөргә; улар хаҡында мәғлүмәттәр тупларға.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. “Көнгәк”. Мәләүез район гәзитенән мәғлүмәт. 03.02.2015 йыл.

  2. “Таң” гәзите, № 85, 87, 88, 90. 2010 йыл.

  3. Фотолар, фонояҙмалар интернет селтәренән алынды.

bottom of page